Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Март 2022, 16:29

Торғаны артист инде

Сибай институтында күпселек Урал аръяғы райондарынан килгән йәштәр генә белем ала, тип уйлаһаң, тәрән яңылышаһың, хөрмәтле гәзит уҡыусы. Бында көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алыу нигеҙендә ҡаҙаҡ, үзбәк, чечен, тажик һәм башҡа милләт вәкилдәре, шулай уҡ алыҫ Себер тарафтарынан йәштәр бар. Барыһы ла үҙ-ара татыу һәм дуҫ йәшәй.

Мехриддин Рәхимов “Технология” факультетының “Транспорт-технология машиналарын һәм комплексын эксплуатациялау” бүлегенең III курсында белем ала. Уҡыуҙа ла һынатмай, институт тормошондағы бер саранан да ситтә ҡалмаған егет “Йыл студенты” булараҡ та еңеү яулаған. Уҡыу йортондағы “Шаяндар һәм тапҡырҙар” клубының иң әүҙем ағзаһы булараҡ, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, шулай уҡ йыр-моңға ла бик маһир. “Урал аръяғы тауышы” бәйгеһендә ике йыл рәттән ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡараған. “Торғаны артист инде”, – тиҙәр уның хаҡында иптәштәре лә. Мехриддин Рәхимов үҙенең дуҫтары менән “Иптәштәр” тип аталған инструменталь ансамбль төҙөп, үҙе унда солист булараҡ сығыш яһай.

– Ансамблдең исемен юҡҡа ғына “Иптәштәр” тип атаманыҡ, сөнки унда төрлө милләт вәкилдәре бар. Бер-беребеҙгә туған, иптәш һәм дуҫ, – ти ул.

Әйткәндәй, тажик егете башҡортса “Уфтанма” йырын бик матур башҡара.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: