Бөтә нәмә йөрәк аша үтә, йөрәк ҡушыуы буйынса эшләнә. Минең дә тәрбиәсе һөнәрен һайлауым юҡҡа түгел.
Бормалы юлдар менән булһа ла кескәй саҡтан күңелемә яҡын һөнәрҙе һайлауыма бер ҙә үкенмәйем. Бәләкәй сағымда күрше балаларын теҙеп ултыртып уҡытҡаным, тәрбиәләгәндәрем, матур йырҙар, бейеүҙәр өйрәтеүҙәрем йөрәгемдең түрендә матур хәтирәләр булып һаҡлана.
Мин Дүртөйлө ҡалаһының 12-се “Алтынсәс” балалар баҡсаһында 24 йыл тәрбиәсе булып эшләйем. Һәр көн иртән эшемә ашҡынып, балаларҙы, үҙемдең кескәйҙәремде һағынып киләм. Уларҙың ҡыҙыҡһыныулы өмөт тулы нурлы күҙҙәрен күреү – үҙе ҙур бәхет. Балаларҙың шат йөҙҙәре, эскерһеҙ көлөүҙәре күңелгә аңлатып бөтмәҫлек рәхәтлек бирә.
Дәрестәремдә яңы стандарттарҙы ҡулланып эшләү, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү – төп маҡсатым. Балала телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн дәресемдә заманса технологиялар, уҡытыу алымдарын ҡулланам. Мин заман талаптары менән бергә атлап, үҙемдең “Бал ҡорттары” төркөмөндә “Тылсымлы һандыҡ” исемле башҡорт теле һәм тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге эшен алып барам.
Тәүге эшем итеп балаға туған телде үҙләштереүгә ярҙам итеүсе мөхит тыуҙырҙым – башҡорт тирмәһенең мини-музейын йыһазландырҙым. Кескәй балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу, иғтибарҙарын арттырыу өсөн төрлө темаға лэпбук, бизиборд, тачборд кеүек ысулдар ҡулланам. Балалар менән проекттар, компьютер аша йәнһүрәттәр, дәрес темалары буйынса презентациялар ҡарайбыҙ.
Әммә бөгөнгө көнгә килгәндә балаларҙың телмәрендә төрлө һүҙ, өн кәмселектәре осрай. Шуларҙан сығып башҡорт һүҙҙәрен һәм өндәрен нығытыуға үҙем ижад иткән логоритмик күнегеүҙәр ҡулланам. Быйыл “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы” республика профессиональ конкурсы уҙғарҙы. Республика кимәлендә ойошторолған мәртәбәле конкурста ҡатнашыуыма бик шатмын, лауреаттар рәтенә инеүемә икеләтә бәхетлемен. Беҙҙең Дүртөйлө яҡтарында башҡорт телендә аралашыусылар бик аҙ булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең балалар баҡсаһында был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барырға тырышабыҙ. Башҡорт телен өйрәтеү буйынса эш башлағас ата-әсәләр ситтә ҡалманы, эшебеҙ менән ҡыҙыҡһынып, ярҙам ҡулы һуҙҙылар.
Ошондай йөкмәткеле конкурс ойоштороусыларға бик рәхмәтлемен, миңә башҡа райондарҙан ҡатнашыусыларҙың эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ҙур йоғонто яһаны. Ошо йүнәлештә киләсәктә лә эшемде дауам итеп, балаларҙа башҡорт теленә һөйөү, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, милли байрамдарына ихтирам тәрбиәләп, тыуған илдең яҙмышы өсөн хәстәрлекле булған, лайыҡлы шәхестәр үҫтерермен тип ышанып ҡалам.
Эльвира ХАҠОВА,
“Алтынсәс” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Дүртөйлө ҡалаһы.