Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Март 2022, 15:30

Ысын уҡытыусы

"Һеҙ күҙебеҙҙе ныҡ итеп йоморға ҡуштығыҙ һәм кеҫәләрҙе тикшерә башланығыҙ. Сират миңә килеп еткәс, кеҫәмдән сәғәтте сығарҙығыҙ һәм..."

Ысын уҡытыусы
Ысын уҡытыусы

Бер мәл класташтар осрашыуы мәлендә бер йәш егет оло ғына йәштәге уҡытыусыһы янына килгән дә:

- Һеҙ мине таныйһығыҙмы? – тип һораған.

- Юҡ, - тип яуаплаған уҡытыусы.

- Нисек инде танымайһығыҙ?! Иҫләйһегеҙме, дүртенсе класта уҡығанда мин класташымдың сәғәтен урлағайным. Ул илай башланы. Шул ваҡыт һеҙ беҙҙең барыбыҙҙы ла тикшереп, сәғәтте барыбер табасағығыҙ тураһында әйттегеҙ. Мин оялыуымдан һәм ҡурҡыуымдан ни эшләргә лә белмәнем. Кеҫәмдәге сәғәт табылһа, барыһы ла минән көләсәк бит, тип ҡайғырҙым. Һеҙ беҙгә стенаға ҡарап тороп, күҙебеҙҙе ныҡ итеп йоморға ҡуштығыҙ һәм кеҫәләрҙе тикшерә башланығыҙ. Сират миңә килеп еткәс, кеҫәмдән сәғәтте сығарҙығыҙ һәм... артабан тентеүҙе дауам иттегеҙ. Шулай итеп кластағы бөтә баланы ла тикшереп сыҡтығыҙ. Сәғәтте теге малайға ҡайтарғас та, артабанғы уҡыу йылдарында ла һеҙ ошо ваҡиға тураһында бер тапҡыр ҙа иҫкә төшөрмәнегеҙ. Мине, шул насар ҡылыҡты яһаған малайҙы, иҫләмәйһегеҙме ни?..

- Юҡ, - тигән уҡытыусы. – Һеҙҙең кеҫәләрегеҙҙе ҡараған мәлдә мин үҙем дә күҙҙәремде йомған инем...

(Интернет селтәренән).

Фото: perunica.ru

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: