«Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә мәғариф-етештереү үҙәктәрен (кластерҙарын) үҫтереү өсөн гранттар биреүгә конкурс һайлап алыуы тамамланды. Субсидияны Өфө машиналар эшләү колледжы аласаҡ, уның базаһында Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү-етештереү берекмәһе менән берлектә 2022 йылда «Машиналар эшләү» тармағы буйынса кластер булдырыласаҡ.
- «Профессионалитет» федераль проекты яңы программалар индерергә, белем биреү-етештереү кластерҙарын асырға ярҙам итәсәк, - тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. - Бының нигеҙендә белгестәр әҙерләү, уҡытыусыларҙың квалификация кимәлен күтәреү, белем биреү программаларын һәм уҡыу пландарын ҡайтанан ҡарау өсөн сәнәғәт предприятиелары һәм урта профессиональ белем биреү учреждениелары партнерлығы ята.
Апрелдән колледждарға ҡабул итеү кампанияһы башлана, 16 апрелдә уның сиктәрендә буласаҡ абитуриенттар өсөн Берҙәм асыҡ ишектәр көнө ойошторола. Был проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә колледждың заманса инфраструктураһы булдырыласаҡ.
Проекттың төп маҡсаты - уҡып сыҡҡан йәш белгестәрҙе алған һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлаштырыу. Конкурста ҡатнашыуға Рәсәй Федерацияһының 54 төбәгенән түбәндәге йүнәлештәр буйынса 100 заявка бирелгән: атом сәнәғәте, тимер юл транспорты, металлургия, еңел сәнәғәт, химия, фармацевтика, тау сеймалын табыу тармаҡтары, авиа- һәм суднолар төҙөү, урман, нефть һәм газ тармаҡтары.
Фото newsvostok.ru