Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжында БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нәжиб Ярышевтың иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Әйткәндәй, Нәжип Ғәфүр улы 33 йыл һуҙымында ошо белем усағында директор вазифаһын башҡарған.
Нәжиб Ярышев уҡыу йортон 1964 йылда ҡабул итеп алған. Шуныһы, был осор бик ауыр булған. Етәксе заман ҡатмарлыҡтарына ҡарамай, училищеның эшен яйға һалған.
Сарала Нәжиб Ғәфүр улының ғаиләһе һәм бүтән туғандары, Салауат ҡалаһы хакимиәтенән вәкилдәр, колледжда эшләгән элекке уҡытыусылар һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Башҡортостанда билдәле шәхестәр Шәүрә Ғилманова, Фирҙәүес Хисаметдинова, Фәниә Әсәҙулина, Минлебай Юлмөхәмәтов, Миләүшә Ғәлиева, Рәфҡәт Үмәрғәлин, Гөлсәсәк Шәрипова, Олеся Арестова, Гүзәл Хөснуллина, Фруза Хәбибуллина, колледждың бөгөнгө директоры Зөлфиә Ишембәтова Нәжиб Ярышев тураһында хәтирәләре менән бүлеште.
Фото: Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжы.