“Студенттар стартапы” – Мәғариф һәм фән министрлығы Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә ойошторған конкурс шулай атала. Унда бакалавриат, специалитет, магистратура һәм аспирантура программалары буйынса уҡыған студенттар ҡатнаша ала.
“Бөгөн грант ярҙамы йәштәрҙең башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн офоҡтарҙы киңәйтә. Йәштәр проекттары һәм стартаптар конкурстарында ҡатнашыу мөмкинлеге йылдан-йыл арта бара”, - тип билдәләне Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса республикала йәштәрҙең 45 проектына, дөйөм алғанда, 23 461 700 һумлыҡ грант ярҙамы бүленгән. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың ситтән тороп ойошторолған конкурсына (заявкалар ҡабул итеү 31 мартта тамамланды) республика йәштәре 500-ҙән ашыу проект тәҡдим иткән.
Яңы конкурсҡа проекттар ете тематик йүнәлеш буйынса ҡабул ителә: һанлы технологиялар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары, химия технологиялары һәм яңы материалдар, яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары, биотехнологиялар, ресурстарҙы һаҡлаусы энергетика һәм креатив индустриялар.
“Конкурстың студенттар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын күрәбеҙ. Сайтҡа ингән һәр өсөнсө кеше заявка тултыра. Йәштәр Хөкүмәт өсөн көнүҙәк йүнәлеш – һанлаштырыу һәм импортҡа алмаш буйынса проекттар тәҡдим итә. Бөгөнгә конкурсҡа килгән ғаризаларҙың 32 проценты һанлы технологияларҙың үҫеше менән бәйле. Тағы 21 проценты – яңы приборҙар һәм етештереү технологияларын эшләүгә арналған”, - тине Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.
Конкурс башлыса федераль бюджеттан финанслана, шуға күрә еңеүселәргә (улар 1000 буласаҡ) аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк – һәр береһенә үҙ проектын үҫтереүгә бер миллион һум.
Ғаризалар 2022 йылдың 11 апреленә иртәнге сәғәт 10-ға тиклем ҡабул ителә. Заявка биреү өсөн һылтанма буйынса үтергә кәрәк: https://fasie.ru/studstartup/
Фото: okaygorod.com