

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороуҙың Стратегик башланғыстар агентлығы үткәргән конкурста иң яҡшы булараҡ билдәләнеүе тураһында яҙғайны. Эйе, һуңғы йылдарҙа мәктәп туҡланыуының сифатын күтәреү, балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеүҙе арттырыу, урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарына өҫтөнлөк биреү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылды. “Мәктәп туҡланыуы реформаһына тотонған саҡта, мин уны Рәсәйҙә алдынғылар рәтенә сығарыу бурысын ҡуйғайным. Беҙҙең өсөн иң мөһиме, әлбиттә, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең фекере”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Хәлдәрҙең ысынбарлыҡтағы торошо менән яҡындан танышыу маҡсатында яҙҙың йәмле бер иртәһендә Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейына юлландыҡ. Беренсе ҡатта урынлашҡан ашхана беҙҙе тәмле аш-һыу еҫтәре менән ҡаршы алды.
Белеүебеҙсә, республика мәктәптәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән I–IV класс уҡыусылары өсөн бушлай иртәнге аш ойошторола. Беҙ барғанда лицейҙың башланғыс кластары ашханаға барырға йыйына ине. Ашнаҡсылар йүгереп йөрөп әҙер ризыҡты өҫтәлдәргә ҡуя. Менюҙа – дөгө бутҡаһы, аҡ май, сыр, икмәк, йогурт һәм витаминлы сәй.
Шеф-ашнаҡсы Таңһылыу Байкова менюҙы төҙөгәндәге үҙенсәлектәр, нимәләргә өҫтөнлөк биреүҙәре тураһында һөйләне. “Мәктәп туҡланыуы, тәү сиратта, сифатлы һәм файҙалы булырға тейеш. Беҙҙең эшебеҙгә иң ҙур баһа – балалар ашап сыҡҡандан һуң буш ҡалған тәрилкәләр йәки “өҫтәмә мөмкинме?” тигән һорау”, – ти ике тиҫтә йылдан ашыу ошо белем усағының уҡыусыларын тәмле аштар менән һыйлаған Таңһылыу Йәғәфәр ҡыҙы. Ашхана хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Рәхимова, Раиса Япарова, Әлмира Сафуанова, Миләүшә Сәмиғуллина, Раушания Аҫылғужина – уның уң ҡулы. Уларҙың һәр береһе үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡара.
Тиҙҙән ашханаға һөйләшә-көлөшә беренсе класс уҡыусылары килеп инде. Улар – өс класс, 90-дан ашыу бала. Тиҙ арала тәрилкәләрҙәге бутҡа ашалып та бөттө, икмәккә май һылап, өҫтөнә сыр һалып, витаминлы сәйҙе лә эсеп ҡуйҙылар. Балалар араһында майға бөтөнләй ҡағылмағандары ла булды. Ә бына йогуртты күптәр үҙҙәре менән алып сығыуҙы хуп күрҙе. “Туйҙыҡ, һуңынан ашайбыҙ”, – тине бәләкәстәр. Беренселәр сығыуға икенсе класс уҡыусылары өсөн тәғәйен өҫтәлдәр ҙә әҙер ине. “Коронавирус шарттарында, аралашыуҙы мөмкин тиклем сикләү өсөн, һәр класты айырым ашатыуҙы яйға һалдыҡ”, – ти мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса яуаплы уҡытыусы Рима Яруллина.
Рима Ким ҡыҙы менән лицей ашханаһында ашауҙы ойоштороу үҙенсәлектәре тураһында әңгәмәләштек. Бөгөн был белем усағында I–IV класс уҡыусылары – 100 процентҡа, ә дөйөм лицей буйынса уҡыусыларҙың 82 проценты йылы аш менән тәьмин ителә. Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусыларға, инвалид балаларға ташламалар һәм айырым меню ҡаралған. Бракераж комиссияның эшмәкәрлеге сайтта асыҡ сағылыш таба, уны һәр ата-әсә ҡарай ала.
Артабан иртәнге ашты тамамлаған бәләкәстәр менән һөйләшеү форсаты ла тыуҙы. “Миңә мәктәптә ашау ныҡ оҡшай, беҙҙең лицейҙың ашнаҡсы апайҙары бик тәмле бешерә. Айырыуса туҡмаслы ашты яратам”, – тине II В класы уҡыусыһы Әминә Аллабирҙина. “Ә миңә бутҡалар һәм салаттар оҡшай”, – тип һүҙгә ҡушылды уның класташы Әмирә Билалова. Шулай уҡ ҡыҙҙар тәмлекәстәр бирелеүенә лә шат. “Бөгөн йогурт бирҙеләр. Башҡа көндәрҙә һут, алма йәки башҡа төрлө емештәр була”, – тине улар.
Үрҙә билдәләп үтеүебеҙсә, мәктәп туҡланыуының нисек ойошторолоуы ата-әсәләр өсөн дә тулыһынса асыҡ. “Улым Рушан I класта уҡый. Ашханала туҡланыуҙан бик риза, хатта иртәнсәк сәй ҙә эсмәй китә, сөнки килеү менән бушлай иртәнге аш көтә. Төшкө аш өсөн түләйбеҙ, ныҡ күп аҡса сыға, тип әйтмәҫ инем. Беҙ, ата-әсәләр, мәктәп ашханаһының менюһы менән даими танышып барабыҙ, иртәгә ниндәй ризыҡтар бирелеүен кистән үк сайтта ҡарарға мөмкин. Барыһы ла асыҡ, иң мөһиме – сифатлы, тәмле булыуын үҙебеҙ күреп беләбеҙ”, – ти Нәзифә Исҡужина.
Лицей директоры Шәмсулла Хәбибрахманов, теләк булғанда, бөгөн мәктәп туҡланыуын сифатлы, яҡшы итеп ойоштороу өсөн юлдар асыҡ, тигән фекерҙә.
“Беҙ элегерәк тә, башҡалар ситтән килтерелгән арзан, әммә сифаты шикле ит, май, башҡа продукцияларҙы алғанда, уларҙан һәр ваҡыт баш тарта килдек. Ризыҡтарҙы үҙебеҙҙә әҙерләүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ, йәғни әҙер кәтлит кеүек ярымфабрикаттарҙы алмайбыҙ. Шулай уҡ балаларҙа дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ошо йүнәлештә класс сәғәттәре, конкурстар ойошторабыҙ, ата-әсәләр менән дә эш алып барабыҙ. Өйөндә дөрөҫ туҡланған бала мәктәптәге бутҡаны ла яратып ашаясаҡ. Шулай уҡ бер уйым бар: балаларҙы милли аш-һыу төрҙәре менән яҡындан таныштырыу маҡсатында айына бер тапҡыр йәки һәр сиректә мәктәп ашханаларында Милли аш-һыу көнө үткәрелһә, бик яҡшы башланғыс булыр ине”, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Шәмсулла Хәбибулла улы.
Тағы ла бер ҙур башланғысҡа тотонған М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы коллективы: альтернатив менюлы туҡланыу төрөн ғәмәлгә индерергә уйлайҙар. Йәғни уҡыусыларға бер нисә төрлө йылы аш, салат йәки башҡа төрлө ризыҡтар тәҡдим ителә, һәр кем үҙ теләгенә ярашлы һайлап, “швед өҫтәле” алымына ярашлы һалып ала. Дөйөм алғанда, өс-дүрт төрлө комплекслы меню булдырыу ҡаралған. “Бында балаларға тәҡдим ителгән аш-һыуҙы төрләндереү менән бер рәттән туҡланыу мәҙәниәтен үҫтереүҙе лә маҡсат итеп ҡуябыҙ. Был яңы линия тулыһынса эшкә ебәреүгә әҙер, тик коронавирус инфекцияһының таралыуы, яңы санитария-эпидемиологик шарттарҙа эшләүгә күсеү уй-ниәттәрҙе бер аҙ кисектереп торорға мәжбүр итте”, – тип билдәләне Шәмсулла Хәбибулла улы.
Эйе, туҡланыуҙы яңы шарттарҙа ойоштороу өсөн ҙур эш башҡарылған: кухня ҡорамалдары, сағыу төҫтәге өҫтәл һәм ултырғыстар, йомшаҡ ҡәнәфиҙәр алынған. Ашхананың был мөйөшө зауыҡлы кафены хәтерләтә. Эпидемиологик хәл-торош яйланыу менән лицей етәкселеге башланғысты ғәмәлгә ебәрергә ниәтләй.
Эйе, туҡланыуҙы ойоштороуҙа аҙыҡ-түлектең, бешерелгән ризыҡтарҙың сифаты менән бер рәттән зауыҡҡа ла иғтибар биреү мөһим. Республика Башлығы Радий Хәбиров та, мәктәп туҡланыуын үҙгәртеп ҡороу зарурлығын билдәләгәндә, ашханаларҙың дөйөм торошон, һауыт-һабаның зауыҡлы булыуын, һәр урында санитария талаптарының үтәлеүен иғтибар үҙәгенә алырға ҡушҡайны. “Ысынлап та, был йүнәлештә байтаҡ эш башҡарылды. Туҡланыуҙың сифаты артты, урындағы етештереүселәрҙең тауарҙары тәшкил иткән өлөш күбәйтелде, был өлкәгә аҡса йүнәлтергә әҙер булған инвесторҙар барлыҡҡа килде. Кешеләрҙән ялыуҙар кәмене: социаль селтәрҙәрҙә мәктәп туҡланыуына бәйле мөрәжәғәттәр бер йыл эсендә ете тапҡырға аҙайҙы. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙә балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү күрһәткесе арта, был да – мөһим ҡаҙаныш”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Бының тап шулай булыуын беҙ М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы миҫалында асыҡ күрҙек. “Етешһеҙлектәр ҙә бар әле, улар өҫтөндә эшләйбеҙ”, – тип тә билдәләне төбәк Башлығы. Был йәһәттән күп нәмә урындарҙа эштең нисек ойошторолоуына, етәкселектең әлеге мәсьәлә менән туранан-тура ҡыҙыҡһыныуына, мәктәп туҡланыуын яңы кимәлгә күтәрергә теләүенә лә бәйле, әлбиттә.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.