Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Апрель 2022, 16:45

Мәктәптәребеҙ яңырасаҡ

Министр әйтеүенсә, 2022-2023 йылдарҙа 96 мәктәптең 103 бинаһы ремонтланасаҡ. 

Мәктәптәребеҙ яңырасаҡ
Мәктәптәребеҙ яңырасаҡ

Башҡортостанда 365 мәктәп мәктәп системаһын яңыртыу федераль программаһы буйынса ремонтланасаҡ, ғариза бирелгән объекттар һаны буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урында тора. Был хаҡта бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Министр әйтеүенсә, 2022-2023 йылдарҙа 96 мәктәптең 103 бинаһы ремонтланасаҡ. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 2022 йылға 2,94 миллиард һум бүленгән һәм 1,143 миллиард һум 2023 йылда эштәрҙе берлектә финанслауға бүленәсәк. 2023 йылға ғаризаға 86 мәктәптең 88 бинаһы индерелгән. Өҫтәмә эштәргә 2023 йылда федераль һәм республика бюджеттарынан 4,562 миллиард һум йәлеп итеү күҙаллана. Дөйөм алғанда, 2022-2023 йылдарҙа дөйөм суммаһы 9,422 миллиард һумлыҡ 191 мәктәп бинаһы йүнәтеләсәк.

Ағымдағы йыл объекттары буйынса ремонт эштәрен 15 апрелгә тиклем башлау, 15 майға тиклем уҡытыу саралары һатып алыу буйынса сауҙалашыуҙы тамамлау күҙаллана. 2022 йылдың 1 сентябренә 63 мәктәп тулыһынса ремонтланырға һәм уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер булырға тейеш.

Айбулат Хажин белдереүенсә, ғинуарҙа министрлыҡ ремонт эштәре барышында мәктәптәр өсөн белем биреү процесын ойоштороу буйынса эш регламентын әҙерләгән. Ул һәр мәктәпкә еткерелгән һәм балаларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы, уҡыу урынына алып барыуҙы, белем биреү процесын ойоштороу буйынса башҡа эштәрҙе иҫәпкә ала.

Министр һүҙҙәренсә, 2022 йылда мәктәптәрҙе ремонтлау ҡаралған барлыҡ муниципалитеттарҙа ведомство-ара эш төркөмдәре булдырылған, уларға муниципаль хакимиәт, “Роспотребнадзор”ҙың урындағы бүлексәләре, мәғариф бүлектәре вәкилдәре, ремонтланған мәктәп, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре ингән. Ошо осорҙа һәр мәктәп буйынса белем биреү процесын ойоштороуҙың “юл карталары” әҙерләнгән һәм раҫланған. Хәүефһеҙ уҡыу процесын ойоштороу өсөн башҡа мәктәптәр, айырым осраҡтарҙа белем биреү ойошмалары булмаған биналарҙың ресурстары файҙаланыласаҡ. Шулай уҡ ҡайһы бер мәктәптәрҙә көндөҙгө һәм дистанцияла уҡытыу формаларын берләштереү планлаштырыла (башланғыс һәм сығарылыш кластарынан тыш). Төҙөкләндереләсәк бер мәктәп тә тулыһынса дистанцияла уҡытыуға күсмәйәсәк, тине Айбулат Хажин.

Министрлыҡ был программала артабанғы йылдарҙа ла әүҙем ҡатнашырға ниәтләй. Айбулат Хажин белдереүенсә, Рәсәй Мәғариф министрлығы 2022 йылдың авгусында 2024 йылда капиталь ремонт өсөн мәктәптәр һайлай башларға ниәтләй. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында конкуренцияның юғары булыуы көтөлә.

Республикала 20 апрелгә тиклем 2024-2026 йылдарға капиталь ремонт талап ителгән объекттарҙы индереү буйынса эш уҙғарыла. Ул ҡала һәм район хакимиәттәренә был мәсьәләлә бик иғтибарлы булырға саҡырҙы. Ремонт һөҙөмтәләре буйынса улар бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән яңыртылған мәктәп бинаһын аласаҡ.

Фото: Башинформ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: