Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Апрель 2022, 09:32

Тәүге тапҡыр – мәктәпкә!

1 апрелдән Башҡортостанда балаларҙы беренсе класҡа яҙыу башланды.

ysia.ru
Фото:ysia.ru

Йыл һайын ошо мәлдә буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн яуаплы ла, бер аҙ мәшәҡәтле лә осор етә, сөнки 1 апрелдән белем усаҡтары яңы уҡыу йылына беренсе класс туплау эшен башлай. Буласаҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләре нимәләр хаҡында белергә тейеш? Бөгөнгө мәҡәләбеҙ – ошо хаҡта.

  

Нимәләр хаҡында белергә кәрәк?

 

Әлбиттә, бер генә мәктәп булған ауыл ерендә йәки бәләкәй ҡала­ларҙа был мәсьәлә әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай. Ә бына мәктәптәр теркәү урыны буйынса бүленгән, шул уҡ ваҡытта һайлау мөмкинлеге булған ҙур ҡалаларҙа күпселек ата-әсә алдына “Баламды ҡайһы мәктәпкә бирһәм, яҡшыраҡ булыр икән” тигән һорау килеп баҫа. Бер кемгә лә сер түгел, һәр кем улы йәки ҡыҙы өсөн белем биреү кимәле яҡшы һаналған, йөрөү уңайлы булған йәки башҡа йәһәттән ҡарап, һәйбәт мәктәп һайларға тырыша.

1 сентябргә 6,5 йәш тулып өлгөргән һәм 8 йәшкәсә балаларҙы беренсе класҡа уҡырға бирер өсөн документтар һәм ғариза тапшы­рырға мөмкин. Баланың сәлә­мәтлек йәһәтенән сикләүҙәре булмауы шарт. Әлбиттә, был ваҡыттан саҡ ҡына алдараҡ йәки һуңыраҡ та мәктәпкә барырға була, әммә бының өсөн үҙ районыңдың мәғариф идаралығынан рөхсәт алырға тура киләсәк. Шулай ҙа баланы ваҡыты­нан алда уҡырға бирергә кәрәкме икән – был хаҡта ныҡлап уйлау мөһим.

Законға ярашлы, дәүләт һәр баланы мәктәптә урын менән тәьмин итергә тейеш. Әммә был ата-әсәнең һайлауы буйынса эшләнмәй, йорт ҡайһы мәктәпкә беркетелгән – бала шунда уҡырға барырға тейеш.

Йорттарҙы билдәле бер мәк­тәпкә урындағы хакимиәт теркәй. Улар тарафынан ҡабул ителгән махсус документта ҡайһы йорттоң ниндәй мәктәпкә ҡарауы аныҡ билдәләнгән. “Үҙ” мәктә­бең­дең һанын муни­ципалитеттың мәғариф идаралығы сайты аша асыҡларға мөмкин. Шулай уҡ мәктәптәрҙе электрон комплектлау республика порталының (complect.edu-rb.ru) “Биләмәләрҙе беркетеү тураһында ҡарарҙар” бүлегенә инеп, әлеге һорауға яуап таба алаһығыҙ.

 

Икенсе урындан мәктәп һайлап буламы?

 

Әгәр йәшәгән урынығыҙ буйынса беркетелгән мәктәп ниндәйҙер сәбәптәр буйынса оҡшамаһа, икенсе белем усағы һайлауға хоҡуғығыҙ бар. Әммә балағыҙҙы төп ҡабул итеү тамамланғандан һуң, буш урындар ҡалған осраҡта ғына уҡырға аласаҡтар. Ни өсөн тигәндә, һеҙ “һәйбәт” тип һанаған мәктәптең үҙ уҡыусылары ла бар, һәм тәү сиратта уларҙы ҡабул итергә тейештәр. Бында директорҙың ҡыҫылышы юҡ, сөнки был ҡағиҙә мәғариф тураһында федераль законға ярашлы нығытылған.

Шулай ҙа мәктәп һайлағанда ҡайһы бер категория граждандарға ташламалар ҡаралған. Әгәр әлеге мәктәптә буласаҡ беренсе класс уҡыусыһының бер туған апаһы йәки ағаһы уҡыһа, ул өҫтөнлөк менән файҙалана. Шулай уҡ былтырғы йылдың мартынан Рәсәй Мәғариф министрлығының бойо­роғона ярашлы, ата-әсәнең теләген иҫәпкә алып, бер туғандарҙы (ата башҡа, әсә бер йәки киреһенсә булған осраҡта ла) айырмаҫҡа тейештәр. Был элек тә шулай ине, әммә быға тиклем мәсьәлә мәктәп директоры ҡарамағында булды. Әгәр ул теләмәһә, алмауы ла ихтимал ине. Хәҙер быны эшләү – уның бурысы.

Интернат тибындағы белем усаҡ­тарына прокуратура, суд, тәфтиш комитеты хеҙмәткәр­ҙәренең балаларын сиратһыҙ алырға тейештәр. Интернат булмаған мәғариф учреждениеларында хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәр­ҙәренең (шул иҫәптән полиция хеҙмәткәре булып һаналмаған­дар­ҙың да) балалары сиратһыҙ алына.

Ниндәй документтар талап ителә?

 

Ғариза 1 апрелдән 30 июнгә тиклем бирелә. Урын етмәй ҡуйыр тип хәүефләнергә кәрәкмәй: мәктәптәр үҙ биләмәһе буйынса алдан уҡ анализ үткәрә, яңы уҡыу йылына нисә бала киләсәген күҙаллай һәм шуға әҙерләнә. Законға ярашлы һеҙгә тейеш булғанды аласаҡһығыҙ. Мәҫәлән, мәктәптә 100 урын бар, ә әлеге биҫтәлә уҡырға барырға йыйынған балалар һаны 200, ти. Мәғариф идаралығы, һеҙҙең менән килешеп, мөмкин тиклем яҡындан икенсе мәктәпте һайларға ярҙам итәсәк.

Әгәр мәктәптә буш урындар ҡал­һа, 30 июндән һуң теркәү урыны баш­ҡа ерҙә булған балаларҙы ҡа­бул итеү башлана. Әлеге мәктәпкә беркетелгән буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре ба­рыһы ла ғариза яҙып бөтһә, “ситтән” балалар алыу алдараҡ үткәрелә. Был хаҡта ваҡытында белеү өсөн белем усағының рәсми сайтындағы яңылыҡтар менән танышып барырға кәрәк.

Ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” йә­ки мәктәптәрҙе электрон ком­п­лект­лау порталы complect.edu-rb.ru аша биреп була. Шунда уҡ ҡайһы мәк­тәптә нисә урын булыуын бе­лешергә мөмкин. Һәр осраҡта ла һеҙгә шәхсән рәүештә мәктәпкә килеп, документтарҙың төп нөсхәһен ҡалдырырға һәм ғариза бланкын тул­тырырға кәрәк буласаҡ (уны мәктәптә бирәсәктәр). Ғариза биреү әлегә тулыһынса автомат­лаш­ты­рыл­маған, әммә яҡын киләсәктә был башланғыс ғәмәлгә инер, тип көтөлә.

Баланы беренсе класҡа биреү өсөн ғариза яҙғанда түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ: ата-әсәнең паспорты (төп нөсхә һәм күсермә); тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхә һәм күсермә);  баланың теркәү урыны тураһында белешмә (паспорт өҫтәле аша заказ бирергә мөмкин). Шулай уҡ өҫтәмә рәүештә кәрәк булыуы ихтимал: опека һәм попечителлекте раҫлаусы документтар; ата-әсәнең эш урынынан бе­лешмә (ҡабул итеүҙә ташламаларға эйә булһағыҙ); психолог-медик-педагогик комиссия һығымтаһының күсермәһе (сәләмәтлек йәһәтенән проблемалар булһа).

Әгәр бөтә документтар ҙа теүәл булһа, ҡабул итеү тамамланғандан һуң өс эш көнө барышында (2022 йылдың 6 июленә тиклем) мәктәп директоры беренсе класҡа киләсәк балаларҙың исемлеге күрһәтелгән бойороҡҡа ҡул ҡуя. Теркәү урынынан ситтәге мәктәпкә ғариза биреү­селәргә бойороҡ мөрәжәғәт иткән­дән һуң өс көн эсендә әҙерләнә.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

(Мәҡәләне әҙерләгәндә “Республика сегодня” контенты мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Читайте нас: