Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Апрель , 15:00

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте – федераль платформала

“ЯКласс” федераль белем биреү һанлы платформаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге барлыҡҡа килде. Уның менән һәр кем файҙалана ала. 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте – федераль платформала
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте – федераль платформала

“ЯКласс” федераль белем биреү һанлы платформаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге барлыҡҡа килде. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында “ЯКласс” һанлы ресурсының төбәк вәкиле Морат Ишемғолов һөйләне.

- Бөгөн башҡорт теле һанлы төрҙә күп кенә ҡушымталарҙа, программаларҙа бар. Әммә эре федераль проекттарҙа был – башҡорт теле буйынса ғына түгел, ғөмүмән, туған телдәр буйынса тәүге үҙенсәлекле проект, - тип билдәләне Морат Ишемғолов.

“ЯКласс” ресурсының мөмкинлектәрен файҙаланыу йәһәтенән Башҡортостан һәр ваҡыт алдынғы урындарҙа килә. Беҙҙең уҡытыусылар һәм уҡыусылар был һанлы платформала эшләү нескәлектәренә төшөнөп бөткән.

Ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә килгәндә, быға тиклем һәр уҡытыусы үҙ контентын булдырып, интернет киңлектәренә сығара килде. Ә хәҙер федераль платформа ярҙамында был йүнәлештәге эштәр маҡсатлы рәүештә ойошторолоп, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәтеү йәһәтенән ҙур ярҙамсы ресурс барлыҡҡа киләсәк. Уның менән башҡорт телен уҡытҡан сит өлкәләр уҡытыусылары ла ҡуллана аласаҡ.

- Башланғысты тормошҡа ашырыуға Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ҙур яҙам күрһәтте. Шулай уҡ республиканың алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле уҡытыусыларынан торған эшсе төркөм төҙөнөк. Был эште биш ай дауамында тормошҡа ашыра алдыҡ, - тине “ЯКласс” һанлы ресурсының төбәк вәкиле.

Платформала шөғөләнеү тулыһынса бушлай, бының өсөн бары тик теркәү үтергә генә кәрәк. “Киләсәктә балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү буйынса ла контент булдырырға уйлайбыҙ”, - тине Морат Ишемғолов.

Бындай башланғыстар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған бурыстарҙы хәл итергә лә ярҙам итә. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в