Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Апрель 2022, 16:00

Бер миллион һумды кемдәр алыр?

Документтарҙы ҡабул итеү 2022 йылдың 15 апрелендә тамамлана.

Бер миллион һумды кемдәр алыр?
Бер миллион һумды кемдәр алыр?

Мәғариф һәм фән министрлығында  “Ауыл уҡытыусыһы”  конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү тураһында хәтергә төшөрҙөләр.  Документтарҙы ҡабул итеү 2022 йылдың 15 апрелендә тамамлана.

Конкурс һөҙөмтәһендә ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға, 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаларға эшләр өсөн күсенгән 44 уҡытыусы 1 миллион һум күләмендә компенсация түләүҙәре аласаҡ.

“Ауыл табибы” программаһы республикала 2020 йылдан Рәсәй Президентының  2019 йылдың 20 февралендәге Федераль Йыйылышҡа  Мөрәжәғәтнамәһен  тормошҡа ашырыу маҡсаты менән эшләй башлағайны.  Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһы  2023 йылға тиклем оҙайтылды, тәүҙә уны 2022 йылда үткәреү планлаштырылғайны.

Фото:Vestniknews.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: