Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул Евразия ғилми-белем биреү үҙәге тураһында.
“Әгәр мин беҙҙең Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең барлыҡ уңыштарын да һынап сыҡһам, был пост тағы ла оҙонораҡ була алыр ине. 2021 йыл өсөн факттар менән уртаҡлашам.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфөләге Металдарҙың үтә һығылмалылығы институтында ПД-14 авиация двигателенең төп элементын – вентиляторҙың эсе ҡыуыш көрәксәләрен әҙерләү технологияһын уйлап тапҡандар. Һәм ошо сәбәпле Рәсәй газ турбинаһы двигателен етештереүҙең тулы технологияһына эйә булған илдәр иҫәбенә кире ҡайтты.
Өфө авиация университеты МАКС-2021 авиасалонында бәләкәй авиация өсөн яңы быуын двигателе менән таныштырҙы. Был проект “Импортты алмаштырыу” номинацияһында еңеүсе булды
Беҙҙең ӨДНТУ “Геофизика” фәнни-производство фирмаһы менән берлектә быраулау процесында мәғлүмәттәрҙе тапшырыу өсөн ҡорамалдар әҙерләй, шулай уҡ нефть һәм газ биреүсәнлеген арттырыу буйынса уникаль методикалар эшләүен дауам итә.
Фәнни-белем биреү үҙәгенең тағы ла бер мөһим йүнәлеше – персоналаштырылған медицинаны үҫтереү. Ғалимдарыбыҙ ДНК-диагностика һәм кеше сәләмәтлегенең персоналаштырылған мониторингы буйынса яңы асыштарын тәҡдим итте. Был онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары, метаболик һәм бронхы-үпкә ауырыуҙары үҫеше хәүефен күҙаллауҙың уникаль алымдары.
"Ростех" "Газпром" менән берлектә газ һурҙырыу агрегаттары өсөн газ турбиналы привод әҙерләүҙе тамамланы. Эшкә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең техник вуздары һәм индустриаль партнерҙары әүҙем ҡушылған.
Башҡортостанда карбон полигонын булдырыу өҫтөндә эште дауам итәбеҙ – республика улар барлыҡҡа киләсәк 12 төбәк иҫәбенә инде. Әле Сколтех менән берлектә ғалимдарыбыҙ контроллек итеүсе газдарҙың балансын баһалай.
Һәм был башҡарылған эштәрҙең барыһы ла түгел. Фәнни-белем биреү үҙәгендә алты лаборатория булдырылды, унда йәш ғалимдар үҙҙәренең перспективалы проекттары өҫтөндә эшләүен дауам итәсәк. Улар өсөн гранттар серияһын уйлап сығарҙыҡ, предуниверсарийҙар һәм яңы заманса белем биреү программалары әҙерләнек. Республика беҙҙең вуздарға 2 млрд һумдан ашыу суммаға инновацион инфраструктура объекттарын, юғары технологик ҡорамалдарҙы һәм лабораторияларҙы тапшырҙы.
Беҙ Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ул ғилми асыштар үҙәгенә әүерелһен, ә ғалимдарыбыҙҙың асыштары ғәмәлдә ҡулланылыш тапһын өсөн булдырҙыҡ. Хәҙерге шарттарҙа был тағы ла әһәмиәтлерәк була бара”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".