Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ғилми тикшеренеүҙәргә булышлыҡ итеү өсөн республика гранттары биреү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Конкурс Рәсәй фән фонды (50 процент) һәм Башҡортостан (50 процент) паритет финанслауы шарттарында Рәсәй фән фонды менән берлектә уҙғарылды. Бер грант күләме йыл һайын дүрт миллион һумдан ете миллион һумға тиклем етә.
"Рәсәй фән фондының төбәк конкурстарында ҡатнашыу өсөн илдең 42 төбәге тикшеренеүселәренән 2510 эш килде. Башҡортостан ғалимдары 15 проект тәҡдим итте”, - ти Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе, республиканың Гранттар буйынса советы ағзаһы Руслан Ҡазыханов.
2013 йыл аҙағында Рәсәй Президенты башланғысында ойошторолған Рәсәй фән фонды – коммерцияға ҡарамаған ойошма, ғилми тикшеренеүҙәргә финанс һәм ойоштороу ярҙамы күрһәтеү өсөн, ғилми кадрҙар әҙерләү, фәндең билдәле бер өлкәһендә алдынғы урын биләгән ғилми коллективтарҙы үҫтереү маҡсатында ойошторолған. Фонд ошоға тиклем 60 меңдән ашыу Рәсәй ғалимына ярҙам итте.
"Башҡортостанда фән менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр күбәйә. Гранттар ғалимдарыбыҙға яңы мөмкинлектәр асыр тип ышанам", — тине физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры Юлия Байымова.
Фото: https://poisknews.ru/themes/science-territory/obyavlen-priem-zayavok-na-novye-konkursy-rossijskogo-nauchnogo-fonda/