Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Апрель , 16:00

Ҡаһарман атайҙар, һеҙҙе көтәләр!

Балаларын тәрбиәләүҙә башҡаларға өлгө булырлыҡ атайҙарҙы танытыу, дәртләндереү өсөн  ҙур әһәмиәткә эйә был конкурс.

Ҡаһарман атайҙар, һеҙҙе көтәләр!
Ҡаһарман атайҙар, һеҙҙе көтәләр!

Башҡортостанда III  “Атайҙар ҡаһарманлығы” республика йәмәғәт наградаһына конкурс иғлан ителде. 2020 йылда проекттың ойоштороусыһы булып Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы сығыш яһаны.

Балаларын тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлау өсөн шарттар тыуҙырған, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыуға өлөш индергән, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы танытыу, дәртләндереү өсөн әһәмиәткә эйә был конкурс.

Кемдәрҙе бүләкләйәсәктәр? Конкурста ҡатнашыусылар өсөн ниндәй шарттар ҡаралған? Атайҙың Рәсәй гражданы булыуы, Башҡортостан биләмәһендә кәм тигәндә биш йыл йәшәүе, балаларын яҡшы тәрбиәләүе, шәхси ҡаҙаныштарға өлгәшеүе мотлаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн материалдарҙы 1 июлгә тиклем “Отцовская доблесть” билдәһе менән  [email protected] электрон адресына ебәрегеҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ: 8(347)280-82-36.

Фото: ioe.hse.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в