Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
11 Апрель 2022, 16:50

IT-тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү – төп бурыс

Оҫталыҡ дәрестәрендә Туймазы районынан 45 уҡыусы бала ҡатнашты.

IT-тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү – төп бурыс
IT-тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү – төп бурыс

2022 йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы нигеҙендә Башҡортостанда Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде. Шуға бәйле Туймазы юридик колледжында оҫталыҡ дәрестәре үтте. Унда Туймазы районынан 45 уҡыусы бала ҡатнашты.

– Әлеге иҡтисади шарттарҙа it-тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, – тип һөйләй Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Дөрөҫ һайлаған һөнәр һәм профессиональ белем биреүҙең сифаты иҡтисадта уңышҡа һәм беҙҙең илебеҙҙең мәғлүмәти хәүефһеҙлегенә килтерәсәк.

“Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары” йүнәлешендә оҫтаханаларҙың мөдирҙәре ҡыҙ һәм егеттәрҙе “Веб-технологиялар”, “Мобиль ҡушымталар эшләү”, “Бизнес өсөн программа сиселеше”, “Мультимедийный ҡушымталар өсөн it-эшләнмәләр”, “Компьютер уйындары өсөн 3Д моделе”, “Видеопроизводство” компетенциялары менән таныштырҙы. Оҫталыҡ дәрестәре сиктәрендә уҡыусылар үҙҙәренең сайтын булдырҙы, компьютер уйындары төҙөнө. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар өсөн уҡыу йорто буйлап экскурсия ойошторолдо.

Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәғариф" һәм "Фән" милли проекттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: