Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөнән:
"Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыу - төпкөлдә йәшәгән уҡыусылар өсөн үҙҙәрен һынап ҡарауға яҡшы мөмкинлек. Әгәр ҙә баланың бындай сараға Мәскәүгә барырға аҡсаһы булмаһа, ни эшләргә?
Ошондай һорау менән Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан Гуля Кудельская төбәк Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. Уның ҡыҙы астрономия буйынса "Созвездие-2022" Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында беренсе урын яулаған. Олимпиада Мәскәү өлкәһенең Королева ҡалаһында үтәсәк, әммә унда ҡатнашыу өсөн ғаиләнең юлға аҡсаһы юҡ...
Республикаға идара итеү үҙәге был мөрәжәғәтте Дыуан район хакимиәтенә ебәрҙе. Һәм ҡыуаныслы хәбәр: Мәсәғүт ауылы мәктәбе ҡыҙҙы Бөтә Рәсәй олимпиадаһына ебәреү өсөн бар сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала.
Ҡыҙға уңыштар теләйбеҙ!"
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.