Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
15 Апрель 2022, 20:00

Тәүге еңеүселәр асыҡланды

Йомғаҡлау ярыштарында Башҡортостандан 114 конкурсант, 83 эксперт ҡатнаша.

Тәүге еңеүселәр асыҡланды
Тәүге еңеүселәр асыҡланды

10 марттан 25 апрелгә тиклем Рәсәй төбәктәрендә Х “Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)” милли чемпионаты финалына тиңләштерелгән йомғаҡлау ярыштары уҙғарыла.

– Башҡортостан Республикаһы әүәл-әүәлдән оҫталары, хеҙмәт традициялары менән дан тотто, – тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Чемпионатта эшсе белгеслектәре буйынса иң яҡшы йәш белгестәр ҡатнаша. Алда тағы ла күп еңеүҙәр булыр, тип ышанам.

Йомғаҡлау ярыштарында Башҡортостандан 114 конкурсант, 83 йүнәлеш буйынса 83 эксперт ҡатнаша. Улар Рәсәйҙең 25 төбәгендә сығыш яһай.

Әле ярыштарҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле. “Смета эше” компетенцияһы буйынса Нефтекама нефть колледжынан Анна Никифорова – алтын, “Ер аҫты электр слесары” йүнәлешендә Учалы тау сәнәғәте колледжынан Ғайса Сафин – көмөш, “Ҡотҡарыу эштәре” буйынса Белорет ҡалаһының Туризм үҙәге командаһы бронза миҙал яуланы. “Ювелир эше” компетенцияһы буйынса Өфө художество-гуманитар колледжынан Дамир Ғарипов, “Емермәй торған контроль” йүнәлешендә Башҡортостан иретеп йәбештереү-монтажлау һәм сәнәғәт етештереүе колледжынан Михаил Видяков, “Автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү” буйынса Өфөнөң 95-се белем биреү үҙәге уҡыусыһы Леонид Максимов профессионализм өсөн медальонына лайыҡ булды.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: