Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү сиктәрендә илдең барлыҡ мәктәптәрендә аҙна һайын флаг күтәреү практикаһын индереү өсөн дәүләт символикаһы менән тәьмин итеүҙәре тураһында белдергәйне.
Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Хакимиәтенә аҙна эсендә дәүләт символдары менән эш итеү мәсьәләһен тикшерергә ҡушты, флаг күтәреү тантанаһын май байрамдарынан һуң бөтә мәктәптәрҙә лә башларға кәрәк, тине.
– Тәҡдимдәр әҙерләү өсөн бер аҙна ваҡыт бирәм. Был мәктәп линейкалары йәки башҡа саралар булыуы мөмкин. Уҡыусыларҙы, балаларҙы дәүләт символдарын хөрмәт итергә өйрәтергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: culture.ru