Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Апрель 2022, 22:00

“Оло байрамдай көтөп алабыҙ”

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ниндәй майҙансыҡтарҙа үтәсәк?

“Оло байрамдай көтөп алабыҙ”
“Оло байрамдай көтөп алабыҙ”

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнөн республика халҡы, киң йәмәғәтселек, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, башҡорт телен өйрәнгән башҡа милләт вәкилдәре йыл һайын оло байрамдай көтөп ала. Быйыл был мөһим сара 23 апрелдә үтәсәк. Уға әҙерлек барышы, сараның әһәмиәте тураһында фекерҙәре менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова уртаҡлашты.

– Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙың төп майҙансыҡтарының береһе. Акцияның маҡсаты – туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә башҡорт телен танытыу һәм популярлаштырыу.

Беҙҙең университетта өс майҙансыҡ ойошторола. М. Кәрим исемендәге 401-се аудиторияла (3-сө уҡыу корпусы, Октябрь революцияһы, 3А) башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусыларҙы диктант яҙырға саҡырабыҙ. Диктант тексын Башҡортостан телевидениеһының легендар дикторы Флүрә Мурзина уҡый.

409-сы аудиторияла башҡорт телен яңы өйрәнә башлаусыларҙы көтәбеҙ. Тексты 2020 йылда башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған студентыбыҙ, Өфө ҡалаһы ҡала округының йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостан юлдаш телеканалында “Башҡорттар" тапшырыуының элекке алып барыусыһы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспиранты Айтуған Йәнбирҙин уҡый.

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын белгән ҡатнашыусыларҙы профессор М. Зәйнуллин исемендәге 202-се аудиторияла (6-сы уҡыу корпусы, Октябрь революцияһы урамы, 10) көтәбеҙ. Бында диктант тексын Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2017” төбәк-ара конкурсында Гран-при яулаған Борай районы Борай ауылының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева уҡый.

Быға тиклем пандемия сәбәпле ике йыл рәттән әлеге мөһим сарала студенттарыбыҙ оффлайн алымда ҡатнаша алманы. Быйыл, ниһайәт, бөтә факультеттар бергәләп диктант яҙырға йыйынабыҙ, сөнки беҙҙең уҡыу йортонда башҡорт теле бөтә факультеттарҙа ла уҡытыла. Ҡатнашыусылар күп булыр, сара рухлы, ҙур байрам рәүешендә үтер тип өмөтләнәбеҙ.

Акцияға барлыҡ теләүселәрҙе ҡушылырға саҡырабыҙ. Һеҙҙе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының майҙансыҡтарында көтөп ҡалабыҙ, - тине Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы.

Фото: М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сайты.
#БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: