Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Апрель 2022, 21:00

Республика Башлығы студенттар менән осрашты

Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтындағы һөйләшеүҙә ниндәй мәсьәләләр күтәрелде?

Республика Башлығы студенттар менән осрашты
Республика Башлығы студенттар менән осрашты

Бөгөн, 20 апрелдә, республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашты. Төбәк етәксеһе хеҙмәт коллективы менән белем биреү учреждениеһын үҫтереү пландарын тикшерҙе, буласаҡ юристарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Осрашыу башланыр алдынан республика Башлығы Хоҡуҡ институтының уҡыу корпусын ҡараны һәм профессор-уҡытыусылар составының эш шарттары менән танышты.

Белеүебеҙсә, Башҡорт дәүләт университеты Өфө фән һәм технологиялар университеты составында 2021-2022 йылдарға “Өҫтөнлөк 2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһы буйынса федераль грантҡа лайыҡ булды.

Бынан тыш, Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы республика юғары уҡыу йорттарына дәүләт ярҙамы тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Төбәк етәксеһе 2022 йылға дөйөм суммаһы 200 миллион һумлыҡ гранттар булдырылыуы тураһында әйтте. Һүҙ Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттары хаҡында бара. Улар иҫәбендә – Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында ойошторолған Өфө фән һәм технологиялар университеты.

Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы 2022 йылдың башында йәш ғалимдарға өҫтәмә ярҙам тураһында ҡарар ҡабул ителеүен айырып әйтеп үтте.

- 2022 йылда 200 йәш аспирант һәм йәш ғалим Рәсәйҙең иң яҡшы фәнни-белем биреү ойошмаларында стажировка үтәсәк, - тине Радий Хәбиров. - Башҡортостандың тағы 200 ғалимы өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам сараларын ҡараясаҡбыҙ.

Осрашыуҙа Хоҡуҡ институты директоры Руслан Зәйнуллин билдәләүенсә, дәүләт структураларында, коммерция һәм социаль учреждениеларҙа юридик белемгә эйә белгестәргә ихтыяж ҙур. Уҡыу барышында студенттар практика, стажировка үтә, был алым диплом алғандан һуң тиҙ арала эшкә урынлашыуға булышлыҡ итә.

Шул уҡ ваҡытта институт етәкселеге ғилми эшкә, учреждениеның кадрҙар потенциалын үҫтереүгә, үҙҙәренең студенттары араһынан буласаҡ уҡытыусылар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә.

Хоҡуҡ институтын үҫтереү пландары хаҡында һөйләгәндә Руслан Зәйнуллин учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу кәрәклеген билдәләне. Атап әйткәндә, белгестәр майҙаны биш мең квадрат метр самаһы тәшкил иткән яңы административ-уҡыу корпусын төҙөү мәсьәләһен тикшерә.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә бинаны проектлауға аҡса бүлеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм объект төҙөлөшөн финанслау мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Студенттар активы менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Хоҡуҡ институтының һөнәри карьераһында, шәхси һәм эшлекле сифаттар формалаштырыуҙа әһәмиәтен билдәләне.

- Бында килеүем күңелдә матур хәтирәләрҙе яңырты. Юғары мәктәп эшмәкәрлегенә хеҙмәт биографиямдың 14 йылын бағышланым, үҙем юрист һөнәренә уҡыным, һуңыраҡ студенттарҙы уҡыттым. Шуға күрә Хоҡуҡ институтының диуарҙары минең өсөн яҡын. Күп кенә профессорҙарҙы яҡшы беләм, уларға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәтлемен, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ ил үҫешендә ябай булмаған тарихи осорҙа йәшәйбеҙ. Былар – коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш, ҡайһы бер сит ил дәүләттәре яғынан беҙҙең тышҡы сәйәси курсты өнәмәгән санкция баҫымы. Етди үҙгәрештәр шарттарындабыҙ. Был ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы үтеү өсөн берләшергә тейешбеҙ.

Студенттар менән аралашыу диалог форматында – йәштәрҙе борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу рәүешендә ойошторолдо.

Хоҡуҡ институтының Йәш ғалимдар советы рәйесе Регина Гәрәева республика Башлығынан йәш ғалим-юристар өсөн гранттар булдырыу мөмкинлеген һораны. Төбәк Башлығы Хөкүмәткә һәм юғары уҡыу йорто етәкселегенә ғилми эшмәкәрлек алып барырға ниәтләгән йәш ғалим-юристар өсөн квоталар булдырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Шул уҡ ваҡытта закондар сығарыу инициативаһы һәм ҡыҙыҡлы фәнни баҫмалар формаһында бындай эштең һөҙөмтәһе лә булыуы мөһим.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, ул төбәк Башлығы статусында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа күтәргән тәүге мәсьәләләрҙең береһе булып Башҡортостанда ҙур юғары уҡыу йорто ойоштороу торҙо.

- Беҙ донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенә маҡсатлы рәүештә барҙыҡ, һәр ишекте шаҡыныҡ. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты кеүек ҙур традицияларға эйә ике юғары уҡыу йортон берләштереү ҙә ҡатмарлы мәсьәлә булды. Әммә беҙ тап ошондай берләшкән юғары уҡыу йорто федераль үҙәк яғынан яҡшы финанслауға иҫәп тота ала һәм фәнде үҫтереү, белгестәр әҙерләү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр аса, тип иҫәпләнек, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы университеттарҙы берләштереү мәсьәләһе буйынса бәхәстәрҙең киҫкен булыуын өҫтәне.

- Рәсәйҙең фәнни картаһында көслө уҡытыусылары булған юғары уҡыу йортон булдырыу бурысын ҡуйҙыҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙ ғалимдар коллективын һаҡлайбыҙ. Студенттарҙың ике юғары уҡыу йортоноң инфраструктураһы менән файҙаланыу мөмкинлеге, өҫтәмә бюджет урындары барлыҡҡа килә, - тип аңлатты Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы “Студент яҙы”н яңы форматта тергеҙеү тураһында һорауға яуап биреп, был проекттың уның студент йылдарында ла һәр саҡ ҙур ваҡиға булыуын билдәләне. Республика Башлығы фекеренсә, студент советтарының эшенә лә яңы һулыш өрөргә кәрәк. Улар ялды ойоштороуға, дөйөм ятаҡтарҙа тәртип һаҡлауға, студенттарҙың көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүгә булышлыҡ ҡыла..

Илдең Мәғариф министрлығы башланғысы буйынса Рәсәй мәктәптәрендә уҡыу аҙналары милли флагты күтәреүҙән башлана, тип һөйләне Радий Хәбиров һәм, бындай традициялар юғары уҡыу йорттарында ла кәрәк, тип билдәләне.

Хоҡуҡ институты студенты Дарья Әхмәрова төбәк Башлығынан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы хәл буйынса фекерен белдереүен һораны.

- Тиҙҙән Донбасҡа күптән көтөлгән тыныслыҡ килер һәм унда иҡтисад үҫә башлар тип ышанабыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ Донецк Халыҡ Республикаһы менән иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға әҙер, махсус хәрби операция тамамланғас, унда Башҡортостандың бизнес-миссияһы барырға планлаштыра.

Радий Хәбиров һөйләүенсә, республика Донбастан балаларҙы дауаланырға һәм һауыҡтырырға ҡабул итергә лә әҙер, ирекмән табиптар иһә ЛНР-ҙағы һәм ДНР-ҙағы коллегаларына ярҙам итә.

Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларға, студенттарға йөкмәткеле һөйләшеү өсөн рәхмәт әйтте, уңыштар, белемгә ынтылыш теләне.

- Беҙҙең бөгөнгө диалог минең өсөн бик файҙалы булды. Осрашыу һеҙҙе борсоған һорауҙарға ла яуап биргәндер, тип ышанам. Беҙҙәге юғары уҡыу йорттары студенттары менән ошондай дискуссиялар серияһы буласаҡ, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото һәм сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: