2022/23 уҡыу йылында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында электроника өлкәһендәге һөнәрҙәр буйынса 219 бюджет урыны ҡаралған, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.
Был йүнәлеш буйынса талап ителгән белгестәрҙе Өфөләге өс юғары уҡыу йорто – Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты әҙерләй.
“Өфө дәүләт авиация техник университетында “Осоу аппараттары менән идара итеү системалары” белгеслеге буйынса маҡсатлы уҡытыу Рәсәй Оборона министрлығы линияһы буйынса алып барыла, ҡалған йүнәлештәрҙә хәрби кафедра бар, - тине Өфө авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков. - Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағандарҙың 90 проценттан ашыуы илдең ҙур компанияларында – “Газпром Сығарыу”, “УМПО”, “УАПО”, “УППО”, “Транснефть-Себер”, “Күмертау авиация производство предприятиеһы” һәм башҡа йәмғиәттәргә эшкә урынлаша".
Санкциялар шарттарында Рәсәй өсөн электроника тармағын үҫтереү мөһим мәсьәлә һанала. Илебеҙҙең был өлкәне үҫтереү өсөн ҙур потенциалы бар, әммә профессиональ кадрҙар кәрәк.
“Юғары уҡыу йорттары белгестәрҙе иҡтисад ихтыяждарын иҫәпкә алып әҙерләй. Бөгөн илгә сәнәғәт ҡорамалдары менән эшләй, көнкүреш техникаһы, гаджеттар булдыра, электр машиналарын, станоктарын хеҙмәтләндерә алған белгестәр кәрәк. Шуға күрә электроника өлкәһендә 18,6 меңдән ашыу урын бакалавриат һәм белгеслек программаларына бүленгән. Һуңғы ике йылда урындар һаны 1,9 меңгә артты”, - тип аңлатма бирҙе Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса Хөкүмәт йыл һайын юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттыра. Быйылғы уҡыу йылында “Электроника, радиотехника һәм элемтә системалары”, “Материалдар технологияһы”, “Нанотехнологиялар һәм наноматериалдар” әҙерлек йүнәлештәре буйынса 24,5 мең самаһы бюджет урыны бүленгән.
Фото: schooln45.ru