Белем һәм тәрбиә
22 Апреля 2022, 09:30

Балалар "Йондоҙҙар парады"нда балҡыны

Матур традицияға әйләнгән сарала йыл дауамында төрлө йүнәлештәрҙә алдынғы булған, ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар тәбрикләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар "Йондоҙҙар парады"нда балҡыныБалалар "Йондоҙҙар парады"нда балҡыны
Балалар "Йондоҙҙар парады"нда балҡыны

Кисә Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә ысын мәғәнәһендә йондоҙҙар парады үтте, тик "йондоҙҙар" күктән түгел, ә сәхнәнән балҡыны. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙҙы.

"Халыҡ ижады үҙәгендә бөгөн 300-ҙән ашыу бала һәм 120 уҡытыусы тәбрикләнде. Балалар Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында, башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаһында, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһында, шулай уҡ төрлө Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика ижади конкурстарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр һәм призёрҙар булған. Наградалар үҙ геройҙарҙын тапты, мәктәпкә дан килтергән балаларҙың исемдәре яңғыраны, педагог-тәрбиәселәрҙең индергән өлөшө билдәләнде.

Һеҙ - беҙҙең киләсәк. Һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ һәм уңыштарығыҙ - тәү сиратта маҡсатҡа ынтылышҡа һәм ныҡышмалылыҡҡа ҡабатланған хеҙмәтегеҙ һәм талантығыҙ емештәре. Шундай уҡыусыларыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмағыҙ. Уңыштар һеҙгә!" - тигән ул.

Фото: Баймаҡ район мәғариф бүлеге сайтынан.

Балалар "Йондоҙҙар парады"нда балҡыны
Балалар "Йондоҙҙар парады"нда балҡыны
Балалар "Йондоҙҙар парады"нда балҡыны
Автор:Карима Усманова