Бөгөн Өфөлә Рәсәй “Белем” йәмғиәте ойошторған “Яңы офоҡтар” мәғрифәтселек форумы үтә. Сара республикабыҙҙың төп вузы – Башҡорт дәүләт университеты майҙансығында ойошторолдо. Бында иҡтисад, социология, тарих, культурология һәм психология өлкәһендәге ғалимдар һәм эксперттар сығыш яһай.
Форум программаһына өс трек инә. Беренсеһе “Яңы офоҡтар” рәсәйҙәр өсөн яңы ысынбарлыҡта асылған мөмкинлектәрҙе һәм перспективаларҙы күрһәтә. Белгестәр производствоның төрлө тармаҡтарын үҫтереү фараздары менән уртаҡлаша, импортты алмаштырыу, заманса технологиялар һәм яңы бизнес-проекттарға мохтаж өлкәләр хаҡында һөйләне.
“Рәсәйҙең донъялағы роле” трекы сиктәрендә төрлө гуманитар белем өлкәләренән профессионалдарҙың сығыштары булды, бында дәүләттең формалашыу процесы, уның үҙаллылығы һәм ваҡыттың төрлө осорҙарында стратегик мәнфәғәттәре тураһында һүҙ барҙы.
“Беҙ бергә” трегы программаһында – төрлө халыҡтарҙың йолаларын һәм рәсәйҙәрҙең спортта, мәҙәниәттә, башҡа өлкәләрҙәге билдәле ҡаҙаныштарын тикшереү. Шулай уҡ шәфҡәтлелек һәм үҙ-ара ярҙам күрһәтеү, стресҡа ҡаршы көрәш алымдары һәм тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү иғтибар үҙәгендә булды.
Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова сәләмләне.
– Бөгөн Башҡортостан мәғрифәтселек марафонын ҡабул итә, ул шулай уҡ илебеҙҙең 30 ҡалаһында үтә. Бындай саралар айырыуса ябай булмаған тышҡы сәйәси мөнәсәбәттәр осоронда бик мөһим. Бында бөтә муниципаль берәмектәр вәкилдәре һәм әүҙем студент йәштәре йыйылды. Был белем усаҡтары артабан үҙҙәренең биләмәләрендә аңлатыу саралары үткәреп, уҡыусыларға, студенттарға замандың төп тенденцияларын еткереүгә булышлыҡ итәсәк. Һәр тыңлаусы үҙ йүнәлеше буйынса тема табасаҡ. Киләсәктә ошо саралар республиканың ҙур ҡалаларында һәм муниципалитеттарында ла уҙасаҡ, – тине ул.
Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров та ҡатнашты. Уның фекере буйынса, “Яңы офоҡтар”ҙың маҡсаты – Рәсәйҙә фәнде үҫтереүҙең күп йыллыҡ тарихында тупланған тикшеренеүҙәрҙең иң киң өлкәләрендә белемде популярлаштырыу.
Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле лекциялар бөгөн көн дауаманда барасаҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.