2022 йылдың 11 майынан республиканың 94 мәктәбендә уҡыу аҙналары дәүләт флагтарын күтәреүҙән һәм Рәсәй, Башҡортостан гимндарын башҡарыуҙан башланасаҡ. Ә 2022 йылдың 1 сентябренән ошондай мәктәп линейкаларын уҙғарыу төбәктәге бөтә белем биреү учреждениеларына индереләсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә әйтелде.
Төбәктең мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы дәүләт символдарын файҙаланыу буйынса методик тәҡдимдәр ебәргән.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә линейкаларҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының, республиканың власть органдары етәкселәренең һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙарының ҡатнашыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.
Уҙған аҙнала Радий Хәбиров Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына дәүләт флагтары күтәрелгән линейкалар ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Уҡыусыларҙы дәүләт символдарына ҡарата ихтирамлы булырға өйрәтеү мөһим, – тине республика Башлығы.
Фото: "Башинформ".