Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Апрель 2022, 22:00

"Башҡортостанда фәндең тотороҡло үҫешен күрәбеҙ"

Радий Хәбиров Рәсәй Фәндәр академияһының Төбәк сәйәсәте советы ултырышында сығыш яһаны.

"Башҡортостанда фәндең тотороҡло үҫешен күрәбеҙ"
"Башҡортостанда фәндең тотороҡло үҫешен күрәбеҙ"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Фәндәр академияһының Төбәк сәйәсәте советы ултырышында сығыш яһаны. Форум эшендә ғилми ойошмалар һәм тикшеренеү үҙәктәре етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, Федераль Йыйылыш депутаттары ҡатнашты.

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев билдәләүенсә, Өфө илебеҙҙә беренсе булып Төбәк сәйәсәте советының күсмә ултырыштарын үткәреү эстафетаһын ҡабул итте.

– Ил төбәктәрендә ғилми фекерләүҙе үҫтереү мәсьәләләренә арналған тәүге ултырышты Ватан фәне һәм юғары мәктәбе бишеге булған Санкт-Петербургта үткәрҙек, – тине академик Александр Сергеев. – Әле бына Өфөлә йыйылдыҡ. Башҡортостанда фәндең күптән көтөлгән ышаныслы үҫеш динамикаһын күрәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа республика ҙур уңыштарға өлгәште. Улар иҫәбендә – донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү, “Өҫтөнлөк-2030” программаһын уңышлы башлау, Өфөлә студенттар кампусын төҙөү буйынса пландар.

Башҡортостан Башлығы Рәсәй төбәктәрендә фәнде һәм инновация тармаҡтарын үҫтереү өсөн Советтың күсмә ултырыштарын үткәреү идеяһын ыңғай баһаланы. Ул шулай уҡ “Фән һәм университеттар” милли проекты сараларында ҡатнашыуҙың мөһимлеген билдәләне. Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттарына республика ярҙамы тураһында ла һөйләне. Төбәк етәксеһе 2022 йылға 200 миллион һумлыҡ гранттар булдырған. Һүҙ Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттары хаҡында бара. Улар иҫәбенә Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендә ойошторолған Өфө фән һәм технологиялар университеты ла инә. Башҡортостан Башлығы йыл башында йәш ғалимдарға өҫтәмә ярҙам күрһәтергә ҡарар итеүен дә билдәләне.

– Быйыл 200 йәш аспирант һәм ғалим Рәсәйҙең иң яҡшы фәнни-белем биреү ойошмаларында стажировка үтә, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостандың тағы ла 200 ғалимы өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам саралары ҡаралған. Шулай уҡ Өфөлә республика математика лицей-интернатын төҙөргә ҡарар иттек. Унда бөтә Башҡортостандан йөҙҙәрсә һәләтле бала уҡыясаҡ. Рәсәй Фәндәр академияһына буласаҡ лицейҙы шефлыҡҡа алырға тәҡдим итәбеҙ.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Советтың икенсе ултырышының Рәсәй Президенты Владимир Путин Фән һәм технологиялар ун йыллығы тураһындағы указға ҡул ҡуйғандан һуң уҡ Өфөлә үтеүе символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, төп тармаҡтар киләсәктә квалификациялы белгестәр менән тулыланһын өсөн хәҙерге шарттарҙа ил иҡтисадының мөһим йүнәлештәре буйынса юғары уҡыу йорттарында белгеслектәрҙе закондар кимәлендә нығытырға кәрәк. Сенатор республика юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми ойошмаларының яңы федераль программаларҙа ҡатнашыуы буйынса Башҡортостан Башлығының тәҡдимен хупланы.

Артабан Төбәк сәйәсәте советы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй Фәндәр академияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөлдө. документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев ҡул ҡуйҙы. Килешеү фәнни, фәнни-техник, инновация һәм мәғлүмәт-аналитика эшмәкәрлеге, шул иҫәптән республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса ғилми тикшеренеүҙәрҙең перспективалы йүнәлештәрен билдәләүгә булышлыҡ итеү, фәнде, ғилми белемде, фән һәм техника ҡаҙаныштарын популярлаштырыу, йәштәрҙең фән һәм мәғариф интеграцияһын, ғилми-техник ижадын үҫтереү мәсьәләләре буйынса үҙ-ара эш итеүҙе күҙ уңында тота. Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң Башҡортостан Башлығы Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеевты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.

Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камил Рамазанов ойошма эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, перспективалы проекттар менән таныштырҙы, республика Фәндәр академияһының донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге системаһына интеграцияһы тураһында һөйләне. Ә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Өфө биология институты директоры Василий Мартыненко үҙәк составына 14 айырым структура бүлексәһе инеүен билдәләне.

Ултырышта шулай уҡ “ОДК-УМПО”ның идарасы директоры урынбаҫары, техник директоры Сергей Симонов, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов сығыш яһаны. Сараның аҙағында республика Башлығы Совет ултырышында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт әйтте.

Ултырыштан һуң Радий Хәбиров һәм Александр Сергеев журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: