Рәсәй Фәндәр академияһы президенты, академик Александр Сергеев етәкселегендәге делегация Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәптәрендә булды.
М.С. Пинский исемендәге 83-сө инженерлыҡ лицейы майҙансығында Александр Сергеев база мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары өсөн асыҡ дәрес үткәрҙе.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәптәре – Фәндәр академияһы менән Рәсәй Мәғариф министрлығының берлектәге проекты. Уның маҡсаты – фән һәм юғары технологиялар өлкәһендә карьера яһау өсөн йәш таланттарҙы асыу. Бындай эшмәкәрлек төбәктәрҙең һәм тотош илдең интеллектуаль ҡеүәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Уҡыусылар менән осрашыуҙы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты Лилиә Ғүмәрова алып барҙы. “Башҡортостандан биш уҡыу йортоноң Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәптәре иҫәбенә инеүе – төбәктең дөйөм белем биреү системаһын үҫтереүгә ҡеүәтле этәргес”, – тине сенатор.
“Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәптәре” федераль проектында илдең 32 төбәгенән 108 мәктәп ҡатнаша, республикабыҙҙан Өфө ҡалаһының М.С. Пинский исемендәге 83-сө инженерлыҡ лицейы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһы, Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейы, Өфө ҡалаһының 64-се гимназияһы һәм 93-сө физика-математика лицейы.
Сараға шулай уҡ Дәүләт Думаһының Фән һәм юғары белем комитеты рәйесе Сергей Кабышев, республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов, Башҡортостан Башлығының фән буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы Камил Рамазанов, төбәктең Мәғариф министрлығы вәкилдәре, Рәсәй Фәндәр академияһы мәктәптәре директорҙары һәм уҡыусылары килгәйне.
“Беҙҙең бурыс – технологик элита тәрбиәләү”, – тип башланы үҙенең сығышын Александр Сергеев. Уның фекеренсә, республика фәнни-техник өлкәләге проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, илдең технологик киләсәген кадрҙар менән тәьмин итә. “Республикала Евразия ғилми-белем юиреү үҙәге ойошторолған, яңы студент кампусы төҙөлә, ғалимдарға грант ярҙамы киң үҫтерелә”, тип билдәләне академик.
Уҡыусылар әңгәмәлә әүҙем ҡатнашты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Улар академиктан Рәсәй ғалимдарының алдынғы һәм мөһим ғилми проекттары, йәштәрҙең һәләтен үҫтереү йәһәтенән ярҙам саралары хаҡында һөйләүен үтенде.
Асыҡ дәрес аҙағында Лилиә Ғүмәрова Фәндәр академияһының база мәктәптәре директорҙарына Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәхмәт хаттарын, ә Александр Сергеев иң ҡыҙыҡлы һорауҙар биргән уҡыусыларға иҫтәлеккә яҙма менән китаптар тапшырҙы.
Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.