Республикала мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсы иң тәүҙә Әхмәт Сөләймәнов йорт-музейы директоры Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрованың тырышлығы менән Бөрйән районында үткәрелгәйне. Быйыл, 9-сы йыл рәттән ойошторолған йәш сәсәндәр бәйгеһендә, 3 йәшкә тиклемге кескәйҙәр, 4-5 йәшлек һәм 6-7 йәшлек балалар ҡатнашты. Гран-прины Иҫке Собханғол 1-се балалар баҡсаһынан Айназ Ғизәтуллин яуланы.
“Жюри ағзаһы булараҡ, конкурстан бик матур тәьҫораттар алдым. “Урал батыр” беҙҙең балалар күңеленә юл яра икән, киләсәккә өмөт бар. Тимәк, халҡыбыҙҙың рухы үлмәҫ, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ артабан да үҫер”, - ти Рәғиҙә Истәкова, филология фәндәре кандидаты, Иҫке Монасип урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Бишектән тиерлек сабыйҙар үҙҙәрен Урал батыр вариҫтары итеп таный икән, тимәк – милләтебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк.