Ни өсөн мәктәпкә уҡырға, йәштәштәре менән аралашырға тип барған уҡыусылар башланғыс кластарҙа өлгәшә алмай? Шул арҡала баланың уҡыу теләге һүрелә, ата-әсәнең кәйефе боҙола, улар өсөн ҡыҙ һәм улдарының белем алыуы проблемаға әүерелә. Был уңышһыҙлыҡтарҙың тамыры бала саҡҡа барып тоташа, донъяны танып белеү һәм телмәр үҫтереү осоронда ғаиләлә сабыйҙарға тейешле иғтибар булмауы сәбәпсе, тип иҫәпләй психологтар. Махсус педагогика тап ошо хаталарҙы төҙәтеү, балалар үҫешендәге кәмселектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләй.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың психофизик үҫешендәге тайпылыштар бик күп белгестәрҙе – логопедтарҙы, психиатрҙарҙы, психологтарҙы, дефектологтарҙы, невропатологтарҙы борсой. Был – күп яҡлы етди мәсьәлә, тип иҫәпләй улар. Телмәрҙең һәм донъяны танып белеүҙең үҫешмәүе баланың артабан уҡыу һәм яҙыу механизмдарын үҙләштерә алмауына килтерә, белем алыуына ҡамасаулай.
Коррекцион-үҫтереү педагогикаһы тап ошондай балаларҙағы кәмселектәрҙе иртәрәк бөтөрөү буйынса ҙур эш алып бара. Был билдәләмәгә аныҡлыҡ индерәйек. Коррекцион-үҫтереү эше – төп белем биреү процесына баланың һәләттәрен асыуға һәм тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән өҫтәмә эшмәкәрлек ул. Уның нигеҙендә балаға ҡарата гуманизм, уның мөмкинлектәренә ышаныс, үҙенсәлектәрен мотлаҡ иҫәпкә алыу принциптары ята.
Саҡмағош районындағы “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре менән танышыу барышында үҙебеҙ өсөн дә асыштар яһаныҡ, коррекцион-үҫтереү эшмәкәрлегенең шәхесте тәрбиәләүҙә сабырлыҡ талап иткән, үҙенсәлекле һәм бик нескә хеҙмәт икәнен белдек.
– Яңыраҡ бер бала менән оҙаҡ ҡына шөғөлләнергә тура килде. Дүрт йәшлек сабый исемен әйтә белмәй, “Тимур” урынына “Ти” тиеүҙән уҙмай, – ти коррекцион-үҫтереү төркөмө белгесе Лениза Мәхмүт ҡыҙы Сәлмәнова. – Өҫтәүенә төҫтәрҙе айырмай, уның өсөн бары бер төҫ кенә бар – “зәңгәр”. Алма ла, иҙән дә, сәс тә бала өсөн зәңгәр төҫтә. Был кәмселек – ғаиләнең бала менән шөғөлләнмәү бәләһе. Барыһы ла бала саҡта һалына, яҡшыһы ла, яманы ла, тигәндәй. Бер аҙнала биш төҫтө айырырға, исемен әйтергә өйрәнде ул. Хәҙер һаулыҡ һораша, хатта ҡыйынлыҡ менән булһа ла миңә “Лениза Мәхмүтовна” тип өндәшә белә.
“Ғаилә” хеҙмәтендә психолог булыуы ата-әсәләр өсөн дә бик яйлы. Раушания Харисова һәр бала менән һөйләшеп, төрлө алымдар ярҙамында диагностика үткәрә, сабыйҙы нимә борсой, нимәнән ҡурҡа, ғаиләһендә ниндәй проблемалар бар һәм башҡа һорауҙарға тулы яуап алғандан һуң баланың иғтибарын туплау, логика һәм моторикаһын үҫтереү буйынса уйындар, күнекмәләр ойоштора.
– Баланы өйрәнеү уның социаль хәлен анализлауҙан, кем менән аралашыуынан, холоҡ-фиғеленән башлана. Тәрбиә эшендәге кәмселектәрҙе асыҡлағандан һуң беҙҙе яуаплы эш көтә. Проблемалы баланың психик үҫеше уның ниндәй шарттарҙа йәшәүенә тығыҙ бәйле. Өлкән кеше кескәйҙәрҙең хәрәкәткә, ҡул функцияларын үҫтереүгә, ләпелдәүгә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә иғтибар бирә, тирә-яҡтағы әйберҙәр, күренештәр менән таныштыра, уларҙың әһәмиәтен аңлата, баланың бәләкәй генә ҡаҙаныштарын да күрә һәм баһалай белергә тейеш. Шул саҡта сабыйҙа “мин” образы формалаша башлай. Шәхестең гармониялы үҫеше өсөн аралашыу, уйнау, хәрәкәтләнеү, хеҙмәттә ҡатнашыу, һүрәт төшөрөү, конструкторлыҡ менән шөғөлләнеү – барыһы ла кәрәк.
Беҙ балалар менән эшләү өсөн өс программа төҙөгәнбеҙ: тәүгеһе өс-дүрт йәшлек сабыйҙарҙың хәтерен, иғтибарын нығытыу, логика һәм моторикаһын үҫтереү маҡсатында уйындар, күнекмәләр ойоштороу. Икенсеһе биш – ете йәшлектәргә ҡағыла, “Оҙаҡламай мәктәпкә!” тип атала. Өндәрҙе әйтеү, хәрефтәрҙе, һандарҙы өйрәнеү, тыңлау һәм ултырыу ихтыярына иғтибар итеү, ышаныс тыуҙырыу әҙерлек осоронда бик мөһим. Был йәштә балалар 15 – 20 минуттан артыҡ ултырып сыҙай алмай. Өсөнсө программа – “Уңышҡа юл” тип аталғаны I – IV класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Уҡыуҙағы ауырлыҡтарҙы еңеү маҡсатында хәтерҙе нығытыу күнекмәләре үткәрәбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, – ти Раушания Сәғит ҡыҙы.
– Ата-әсә йыш ҡына бала әйткәнде ҡабатларға, телмәрен сабыйҙарса “боҙоп” һөйләргә ярата. Сабыйҙың тәүҙә ишетеү һәләте үҫешкәнен, аҙаҡ телмәре формалашҡанын иҫтә тотоғоҙ, тәүге көндәрҙән үк һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, тулы һөйләм төҙөп һөйләшергә өйрәтегеҙ, – тигән кәңәш бирә логопед Гөлшат Низамова.
“Ғаилә” хеҙмәтендәге коррекцион-үҫтереү төркөмө йыл башында ғына асылһа ла, үҙенең әһәмиәтле эшмәкәрлек икәнен яҡшы раҫлаған. “Беҙгә күрше ауылдарҙан да киләләр, социаль селтәр аша эшебеҙ менән яҡшы таныштар, – ти “Ғаилә” хеҙмәтенең етәксеһе Ильвера Шәймөхәмәтова. – Белгестәребеҙ етерлек. Был мөһим хеҙмәттәрҙең бушлай күрһәтелеүен дә әйтеп үтәйем. Дәрестәр теҙмәһе өс ай алдан төҙөлә. Киләсәктә эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтеү уйы ла бар. Кескенә саҡтан сабый кешелектең бөйөк ҡаҙанышы – телмәргә эйә. Икенсе йылына ул үҙенә әйтелгән мөрәжәғәтте аңлай һәм һөйләшергә ынтыла, ә өс йәшендә ата-әсәһен ҡыуандырып иркен һөйләшә башлай. Уйындар – бала өсөн бик мөһим эшмәкәрлек, улар сабыйҙың артабанғы психик үҫешен билдәләй, уйларға, фантазияға бирелергә ярҙам итә. Уйнай-уйнай бала ысынбарлыҡтағы әйберҙәр һәм ваҡиғалар тураһында фекер тупларға, уйланырға өйрәнә. Ни өсөн беҙгә бала саҡта әкиәт уҡығандар, бишек йыры йырлағандар, бейергә, хәрәкәтләнергә өйрәткәндәр? Тәрбиә һәм донъяны танып белеүгә хеҙмәт иткән улар. Уйын аша балалар үҙҙәре лә һиҙмәйенсә күнекмәләр ала, бер-береһе менән аралашыу мәҙәниәтенә өйрәнә”.
Белгестәр ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған сәскәләр аппликацияһы ярҙамында образлы фекер йөрөтөргә, ижади һәләттәрҙе асырға өйрәтеүҙән тыш, тартыныусанлыҡтан, көсөргәнешлектән ҡотолорға булыша. Һүрәт төшөрөү йыйнаҡлыҡҡа, хеҙмәт һөйөүсәнлеккә, тәртипкә күнектерә. Ғөмүмән, шөғөлдәр, уйындар балаларҙа шатлыҡ тойғоһо тыуҙырырға һәләтле, ти белгестәр. Математик уйындар логиканы һәм ҡалыптарға һалынмаған уй-фекерҙе үҫтерә. Шашка уйындары – аҡыл һәләтен, пластилиндан һындар әүәләү бармаҡтар хәрәкәтсәнлеген, һығылмалылыҡты арттыра. Балалары менән уйнап “үҫкән” ата-әсәләр бәхетле. Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырған, “алтын” мәлде файҙаланмаған өлкәндәргә үкенергә, юғалтылған ваҡытты ҡайтарыу өсөн ҙур көс һалырға кәрәк буласаҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА