Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
29 Апрель 2022, 12:00

“Башҡортостан мәктәбе директоры” билдәләнде

Йомғаҡлау этабында һәр етәксе идара итеү проектын әҙерләп һәм жюри ағзалары алдында яҡлағандан һуң, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Зинуров конкурс лауреаты тип танылды. 

“Башҡортостан мәктәбе директоры” билдәләнде
“Башҡортостан мәктәбе директоры” билдәләнде

Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостан мәктәбе директоры–2022” конкурсының йомғаҡлау этабы уҙҙы. Конкурс дөйөм белем биреү ойошмаларының иң яҡшы етәкселәрен, яңы тәжрибәләрҙе, ҡыҙыҡлы идеяларҙы һәм заманса белем биреү менеджменты концепцияларын асыҡлау, уларҙы артабан өйрәнеү һәм төбәктең мәғариф өлкәһенә индереү маҡсатында уҙғарылды.

Йомғаҡлау этабында һәр етәксе идара итеү проектын әҙерләп һәм жюри ағзалары алдында яҡлағандан һуң, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Зинуров конкурс лауреаты тип танылды.

– Гимназиябыҙҙы ошондай конкурста лайыҡлы күрһәтә алыуыма бик шатмын. Коллегаларыма һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙары өсөн рәхмәт әйткем килә. Коллектив ҡыҫҡа ваҡыт дауамында берҙәм команда булыуыбыҙҙы һәм килешеп эшләй белеүебеҙҙе раҫланы.

Шулай уҡ беҙҙең гимназия уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп, әлеге еңеүҙәрҙә туҡталып ҡалмайынса, теләгән башланғыстарҙың уңыштарға өлгәшеүҙәрен һәм мотлаҡ алға барыуҙарын теләйем, – тип уртаҡлашты Булат Зинуров.

Бөгөн Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү һәм популярлаштырыу буйынса ресурс үҙәге булып үҙен таныта. Йыл һайын телгә һәм әҙәбиәткә, халыҡ йолаларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға арналған мәҙәни һәм ғилми-мәғариф саралар уҙғарылған төп майҙансығына дәғүә итә.

Фото: БР Мәғарифты үҫтереү институты. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: