Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
29 Апрель 2022, 23:30

Фән ҡаҙаныштарының баһаһы юғары

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Башҡортостандың медицина һәм авиация университеттарында булды.

Фән ҡаҙаныштарының баһаһы юғары
Фән ҡаҙаныштарының баһаһы юғары

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты, академик Александр Сергеев етәкселегендәге делегация рәсми визит менән Өфөгә килде. Республика беренсе тапҡыр Рәсәй Фәндәр академияһының төбәк сәйәсәте буйынса Советының киңәйтелгән ултырыш майҙансығына әүерелде. Ул Башҡортостан етәкселеге һәм Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылыш профиль комитеттары рәйестәре ҡатнашлығында уҙғарыла.

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты етәкселегендәге делегация, сенатор Лилиә Ғүмәрова, төбәктең власть вәкилдәре оҙатыуында республиканың медицина һәм авиация университеттары менән танышты. Өфө дәүләт авиация техник университеты майҙансығында ғалимдар юғары уҡыу йортоноң заманса лабораторияларын, тикшеренеү үҙәктәрен ҡараны.

Ҡунаҡтар физика-механика, металлографика һәм термик тикшеренеүҙәр үткәреү буйынса үҙәк менән танышты, лабораторияларҙың аддитив һәм литей технология мөмкинлектәре, авиация двигателдәре конструкциялары тураһында һөйләне. Шулай уҡ ҡатмарлы профилле деталдәрҙе механик эшкәртеү өсөн паралель кинематикалы робот-станоктың да эшен күрһәттеләр. Студенттарҙың “Формула студент” һәм “Пилотһыҙ авиация” конструктор бюроларының эштәре лә иғтибарҙы йәлеп итте.

Студент квадрокоптерҙары ла ғалимдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Уларҙың тәғәйенләнеш спектры ла ярайһы уҡ киң: видеомониторинг һәм йөк алып барыуҙан башлап ауыл хужалығы эштәрен уҙғарыуға тиклем.

Делегация шулай уҡ ӨДАТУ-ла студенттар өсөн булдырылған инженер расчеттары буйынса компетенция үҙәгендә булды.

“ӨДАТУ – уникаль һәм ихтыяж менән файҙаланған юғары белем биреү учреждениеһы. Бөгөн беҙҙең бурыс – дәүләтебеҙҙең технологик бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү, был иһә белемебеҙҙе бик тиҙ арала технологияға күсереүҙе аңлата. ӨДАТУ үҙенең күп йыллыҡ эш тәжрибәһен һаҡлап килде, бөгөн уларҙы киләсәк өсөн ҡуллана ала. Ысынлап та, тотош заманса технологиялар комплексы буйынса юғары уҡыу йорто алдынғылыҡта бара. Бында алдан һалынған нигеҙ һәм тарихи үткән дә бар. Мәҫәлән, авиация двигателдәре конструкцияһының үҙенсәлекле лабораторияһы. Иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларының күпселеге ӨДАТУ-ны ҙур ғилми потенциалы булған етди юғары уҡыу йорто тип баһалай”, - тине академик.

Рәсәй Фәндәр академияһы делегацияһы Башҡортостан дәүләт медицина университетында ла булды. Ректор Валентин Павлов ҡунаҡтарҙы һанлы медицина институтының яңы корпусы менән таныштырҙы, ул тармаҡ IT-проекттарын әҙерләү, тормошҡа ашырыуға махсуслаштырылған.

Институттың конферец-залында ҡунаҡтар Ҡытай, Австрия һәм немец партнерҙары менән берлектәге йәш ғалимдарҙың фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар менән аралаша алды. Һүҙ “БДМУ-ның халыҡ -ара фәнни проекттары” медицина өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм яңы тикшеренеүҙәре тураһында барҙы.

“Башҡортостан дәүләт медицина университетында ғилми асыштар бик күп. Бөгөн был хәлде иҫәпкә алып, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бик мөһим. Фәндә илдәр араһында ирекле хеҙмәттәшлек булырға тейеш”, - тип билдәләне академик.

Ҡунаҡтар төҙөү планлаштырылған объекттар, уҡыу корпустары структураһы һәм булған матди-техник тәьмин ителеш менән дә танышты.

Валентин Павлов ғалимдарға уҡыу класы менән берләштерелгән морфо-гисталогия лабораторияһының эшен күрһәтте. Лаборатория БДМУ-ла “Өҫтөнлөк – 2030” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың медицина университеты еңеү яулап, “Өҫтөнлөк-2030” университеттарға ярҙам итеү федераль программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенә инде.

Ректор тиҙҙән БДМУ базаһында фармация институты булдырыласағы тураһында ла әйтте. Был иһә эксперименталь препараттар стадияһынан университеттың Фарма-2030 программаларында ҡатнашыуға күсеүенә, дарыуҙарҙа импортты алмаштырыуға һәм фармацевтика предприятиелары эшмәкәрлегенә уларҙы етештереү технологияһын индереүгә булышлыҡ итәсәк.

Ҡунаҡтарға шулай уҡ “Аллоплант” Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең яңы медицина ҡаҙаныштары ла күрһәтелде.

Фото: Башҡортостан дәүләт медицина университеты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: