Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
29 Апрель 2022, 15:15

Фән юлындағы йәштәргә яңы мөмкинлектәр асыла

Өфө дәүләт авиация техник университетында Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең компетенцияларҙы үҫтереү үҙәгенең беренсе аудиторияһы асылды. 

Фән юлындағы йәштәргә яңы мөмкинлектәр асыла
Фән юлындағы йәштәргә яңы мөмкинлектәр асыла

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев етәкселегендәге Рәсәй Фәндәр академияһының рәсми делегацияһы Өфө дәүләт авиация техник университетында булды. Бында улар донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең компетенцияларҙы үҫтереү үҙәгенең беренсе аудиторияһын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Республиканың өҫтөнлөклө бурыстарының береһе – студенттарҙың, аспиранттарҙың, йәш ғалимдарҙың фәнни потенциалын йылдам үҫтереү. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең компетенцияларҙы үҫтереү үҙәге ошо бурыстарҙы уңышлы хәл итә: 2021 йылда 1300-ҙән ашыу студент һәм ғалим үҙ һәләттәрен камиллаштыра алды.

“Евразия ғилми-белем биреү үҙәге былтырҙан алып компетенцияларҙы үҫтереү үҙәге сиктәрендә һигеҙ аудитория булдырыу тураһында проектты ғәмәлгә индерҙе. Өфө дәүләт авиация техник университеты тәүгеләрҙән булып ремонт эшләне, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге аудиторияны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырҙы. Был башланғыс университеттың йәш белгестәренә IT-компетенцияларын үҫтерергә ярҙам итәсәк. Ошонда уҡ дәрестәр, шул иҫәптән инглиз телен өйрәнеү ойошторола”, - тип һөйләне ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Ирина Буренина.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең аудиторияһы – студенттарға, йәш ғалимдарға һәм уҡытыусыларға үҫеш өсөн мөмкинлектәр биргән урын. Университеттар нигеҙендәге бындай шәхси һәм технологик үҫеш мөмкинлектәре йәш таланттарға республиканан ситкә китмәйенсә, йәғни үҙ төбәгебеҙә карьера яһау һәм социаль үҫеш өсөн юлдар аса, белем биреү процесының сифатын арттырырға һәм һаҡларға булышлыҡ итә.

Яңы киңлек заманса талаптарға яуап бирә һәм юғары сифатлы белем биреү процесына йүнәлтелгән. Аспиранттар һәм йәш ғалимдар өсөн квалификация күтәреү программалары һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, фәнде популярлаштырыусы һәм яңы белем биреү һәм тикшеренеү программаларын алға ебәреү сараларын уҙғарыу, йәштәрҙе ғилми-тикшеренеү һәм инновация эшенә йәлеп итеү – әлеге йүнәлештә башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө генә.

Фото: Өфө дәүләт авиация техник университеты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: