Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Май 2022, 21:20

Космонавтар әҙерләгән мәктәп еңеүсе!

Был мәктәптә дәрестәрҙе космонавтар һәм Рәсәй Геройҙары алып бара.

Космонавтар әҙерләгән мәктәп еңеүсе!
Космонавтар әҙерләгән мәктәп еңеүсе!

Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе «Тыуған ил ҡайҙан башлана?» Рәсәй конкурсы еңеүсеһе була. Конкурс 2022 йылдың апрелендә «Комсомольская правда» медиа-төркөмө менән «Асыҡ НКО» иң яҡшы патриотик проект порталы тарафынан үткәрелә.

Аэрокосмос мәктәбе талантлы балалар өсөн беренсе сменаны 2012 йылда йыя. Мәктәп — Рәсәй космонавтары федерацияһы, Рәсәй космонавтары өлкә бүлексәһе, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡортостан бизнес-берләшмәһе вәкилдәренең әүҙем ҡатнашлығында эшләй.

Мәктәптә лекциялар ойошторола, аваиция, йыһан-ракета тематикаһы буйынса дәрестәр үтә. Уларҙы Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары, космонавтар, космонавтар ветерандары алып бара. Бер тиҫтә йыл дауамында мәктәптә бихисап Советтар Союзы һәм Рәсәй Союзы Геройҙары, космонавтар сығыш яһай.

Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе Рәсәйҙең күренекле летчигы, “Буран” орбита карабы космонавты Урал Нәзип улы Солтанов исемен йөрөтә. Мәктәп быйыл йәйгеһен тағы ла тәрбиәләнеүселәрен көтә.

Фотолар мәктәп архивынан.

Космонавтар әҙерләгән мәктәп еңеүсе!
Космонавтар әҙерләгән мәктәп еңеүсе!
Космонавтар әҙерләгән мәктәп еңеүсе!
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: