Ул Сибай ҡалаһының 6-сы дөйөм белем биреү мәктәбендә булды. Был мәктәп базаһында 725 урынлыҡ заманса технологияларға ҡоролған мәктәп бинаһы төҙөү планлаштырыла.
Әлеге проект буйынса заманса биналар һуңғы ун йыл дауамында төҙөлә.
- Яңы бина заманса һәм ҡыҙыҡлы алымдар ярҙамында төҙөлә. Бында бассейн буласаҡ. Иҡтисади-математик йүнәлеше булған мәктәп өсөн яңы алым уйлап табылған. Был хаҡта әле әйтмәй торайыҡ. Әммә серле йомаҡҡа яуап тапҡан уҡыусылар һис шикһеҙ буласаҡ миҙалсылар тип фаразлайым, — тине Андрей Назаров.
Премьер-министр ҡараған икенсе төҙөлөш майҙансығы – “Урал аръяғы балалары” күп функциялы мәғариф үҙәге. Был үҙәк һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән.
Үҙәк структураһы өс блоктан торасаҡ, уға Сибай коррекцион мәктәбе һәм интернаты; Балалар һәм инвалидтар өсөн республика дистанцияла уҡытыу үҙәге һәм Сибай зонаһының психологик-медик-педагогик комиссияһы инәсәк.
Әлегә был объектта барлыҡ технологик һәм инженерлыҡ регламенты төҙөлгән.