Бөтә яңылыҡтар

Мәктәп директоры кәңәшсеһе кем булыр?

Педагогтар яңы конкурсҡа сыға

Мәктәп директоры кәңәшсеһе кем булыр?
Мәктәп директоры кәңәшсеһе кем булыр?

 

Башҡортостанда “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү” Федераль проекты сиктәрендә  “Балалыҡ навигаторҙары 2.0” Бөтә Рәсәй конкурсы тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты –тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән бәйләнеш булдырыу буйынса мәктәп директорҙары кәңәшселәренең  кадрҙар резервын формалаштырыу.

– “Балалыҡ навигаторы 2.0” – Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының һәм Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәтенең асыҡ конкурсы булып тора һәм ул  балалар берекмәләре менән эшләү буйынса мәктәп директоры кәңәшсеһе вазифаһына кандидаттар һайлауға йүнәлтелгән, - ти Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Республикала тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бүленә, күп милләтле республикабыҙҙың этномәҙәни үҙенсәлеге лә иғтибарға алына. Әле педагогтар конкурсҡа дәррәү ҡушылды. Барлығы ике меңдән ашыу педагогты “Дөйөм белем биреү ойошмаһында тәрбиә” квалификацияһын күтәреү программаһы буйынса уҡытыу планлаштырыла.

Кәңәшселәр  институтының роле тураһында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының тәрбиә, өҫтәмә белем биреү, балалар ялы өлкәһендә дәүләт сәйәсәте  Департаменты директоры Наталия Наумова ла үҙ фекерен белдерҙе.

  • “Балалыҡ навигаторы” проекты һәм тәрбиә системаһында кадр резервын конкурс һайлауы ҙур әһәмиәткә эйә. Навигатор баланы һәм белем биреү ойошмаһын уратып алған ҙур күләмле мәғлүмәтте эшкәртергә булышлыҡ итә. Балалыҡ навигаторҙары – улар чиновниктар түгел. Тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшсеһе – ул адреслы рәүештә мәктәптең белем биреү мөхитен өйрәнә, - ти ул.

Наталия Наумовна билдәләүенсә, тәрбиә системаһының кадрҙар резервы белем биреү ойошмаларында барған мөһим үҙгәрештәрҙең  эпицентрына әүереләсәк. Был үҙгәрештәр тәүге сиратта балалар инициативаһын үҫтереүгә, балаларҙы мәктәп тормошона йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. 2021 йылда “Балалалыҡ навигаторы” конкурсы 10 пилот төбәгендә уҙғарылды. Тәрбиә буйынса тәүге кәңәшселәрҙе  Брянск, Вологодск, Калининград, Нижегородск, Омск, Сахалин, Төмән, Силәбе өлкәһе, Ставрополь крайы, Севастополь ҡалаһында ҡабул иттеләр. 2022 йылда проект тағы ла 35 төбәктә йәйелдереләсәк.Хәҙер кәңәшселәр мәктәптәрҙә генә түгел колледждарҙа ла барлыҡҡа киләсәк. Конкурсты тормошҡа ашырыуға шул иҫәптән Башҡортостан да ҡушыла.

 “Балалыҡ навигаторҙары 2.0” Бөтә Рәсәй конкурсы тәрбиә бурыстарын хәл итеүҙең яңы юлдарын асыуға  һәм балаларға мөмкинлектәрҙе ҡулланыуҙа ярҙам итергә әҙер булған педагогтарҙы көтә.

 Ҡатнашыу өсөн теркәлергә (https://rdsh.education/contest/) һәм анкета тултырып, сайтта шәхси кабинетта ҡатнашыусы портфолиоһын эшләргә , тест һәм әңгәмә үтергә кәрәк. Ғаризалар 13 майға тиклем ҡабул ителә.

 “Балалыҡ навигаторы 2.0”конкурсы “ Мәғариф” милли проектының (Национальный проект “Образование”) “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был саралар Ил президенты Владмир Путиндың май указдарына ярашлы  башҡарыла.

Фото: Башинформ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в