Бөтә яңылыҡтар

Йәйге ял етә!

Башҡортостанда ул быйыл нисек ойошторолор?

Йәйге ял етә!
Йәйге ял етә!

Быйыл балаларҙың йәйге ялы һәм һауыҡтырыу өсөн республика бюджетынан 1,8 миллиард һум аҡса йүнәлтәсәктәр. Былтырғы менән сағыштырғанда 280 миллион һумға күберәк. Был турала оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтте.

5 майға ҡарата балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу буйынса реестрҙа 1545 ойошма бар, был 2021 йыл менән сағыштырғанда 82-гә күберәк. Һайлау өсөн 94 ҡала ситендәге лагерь, 815 көндөҙгө лагерь, 580 балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагеры, 53 балалар махсуслаштырылған (профилле) лагерь һәм өс палатка лагеры бар.

– 2021 йылда ғәмәлдә булған лагерҙар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй ине. Быйыл ялдың бөтә төрҙәренә 400 мең баланы йәлеп итмәксебеҙ, был мәктәп йәшендәге балаларҙың 78,6 проценты, – тине Айбулат Хажин.

Башҡортостанда күп профилле балалар ялы сменаһын үткәреү практикаһы үҫешкән. Мәҫәлән, былтыр республикабыҙ “Геройҙар иле” бөтә Рәсәй лагерын үткәреү буйынса илдә бишенсе майҙансыҡ булғайны. Быйыл “Йәйләү” Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү профилле лагерын ойошторорға планлаштыралар.

Быйыл беренсе тапҡыр ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 19 ҡала ситендәге пляжлы һәм бассейнлы стационар лагерҙарҙа “Йөҙөүгә өйрәтеү” программаһы эшләй башлаясаҡ. Бында 7720 бала йәлеп ителәсәк.

Министр ҡала ситендәге стационар лагерҙарға юллама хаҡын компенсациялауҙың ике төрө тураһында әйтте. Беренсеһе, республика компенсацияһы, ул юлламаның 70 проценты. Икенсеһе, балалар туристик кешбэгы программаһы буйынса юллама алғандарға 30 процент ташлама. Шуныһы, Башҡортостанда бер юлы федераль дә, төбәк тә льготаларын алырға була.

Радий Хәбиров санитар хеҙмәттәргә йәй асыласаҡ лагерҙарҙа ентекле эшкәртеү үткәрергә ҡушты. Шулай уҡ был темаға арналған брифинг ойоштороласаҡ.

– Ата-әсәләргә кешбэк программалары тураһында хәтерҙәренә төшөрөргә кәрәк, улар ғаилә бюджетын экономиялау мөмкинлеге бирә, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме, кешеләр балаларын ҡайҙа ебәреп, һәйбәт һәм хәүефһеҙ ял иттереп була икәнлеген белергә тейеш. Шулай уҡ беҙгә ял итер һәм дауаланыр өсөн Луганск Халыҡ республикаһынан балалар киләсәк. Уларҙың программаһын ентекләп уйларға кәрәк, балалар үҙ-ара танышһын, аралашһын һәм файҙалы ял итһен.

Фото: gov.cap.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в