Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина социаль селтәрҙә һөйөнөсө менән бүлешкән.
"Шәхсән миңә күп милләтле Башҡортостанда ике тапҡыр “төп уҡытыусы” ролен үтәргә яҙҙы, – тигән Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. – Республикабыҙҙың мәғариф системаһы илебеҙҙә һәм округта иң эреләрҙән һанала, тармаҡ ныҡ үҫешкән. Йыл һайын заманса белем усаҡтары асыла, бүтәндәре реконструкциялана. Былар, әлбиттә, балалар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ныҡ һөйөнөслө, шулай уҡ элекке министр өсөн дә. Һәм тағы ла шатлыҡлы хәбәр. Өфө ҡалаһы Киров районының йәш микрорайонында, Кузнецов затонында, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы алдынан заманса өр-яңы мәктәп төҙөлә".
Зөһрә Рәхмәтуллина билдәләүенсә, был микрорайонда йәш ғаиләләр бихисап. Әлеге белем усағы иһә дүрт ҡатлы буласаҡ, спорт блогына ҙур майҙан бүленгән.
"Кузнецов затонында минең күп дуҫтарым йәшәй, – тигән Зөһрә Рәхмәтуллина. – Улай ғына ла түгел, элекке студенттарым да бар. Ошо мәктәп барыһы өсөн дә юбилей уңайынан матур бүләк буласаҡ".
Фото: Зөһрә Рәхмәтуллинаның сәхифәһе.