Бөтә яңылыҡтар

Алдынғы уҡыусылар Башҡортостанды данлай

2021 йылда Башҡортостан – 16-сы урынға, ә 2022 йылда 10-сы урынға күтәрелде

Алдынғы уҡыусылар Башҡортостанды данлай
Алдынғы уҡыусылар Башҡортостанды данлай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” социаль селтәрендә бик әүҙем яҙыша. Радий Фәрит улының әлеге яҙмаһын күптәр ҡыҙыҡһынып уҡыған.

– Йыл һайын беҙҙең мәктәп уҡыусыларыбыҙ Бөтә Рәсәй олимпиадаһында үҙҙәренең ҙур еңеүҙәре менән ҡыуандыра, – тигән Радий Хәбиров. – 2019 йылда призер дипломдары һәм еңеүҙәр буйынса  республика ил кимәлендә 35-се урында ине. 2020 йылда йомғаҡ яһалманы. Ә бына 2021 йылда Башҡортостан – 16-сы урынға, ә 2022 йылда 10-сы урынға күтәрелде. Бик шәп һөҙөмтә! Уҡыусыларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла ихлас ҡотлайым!

Радий Хәбиров һөйләүенсә, бындай алдынғы уҡыусылар юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ ҡабул ителә. Үҙ сиратында, Башҡортостан шулай уҡ талантлы мәктәп уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙы ярҙамынан өҙмәй. Республикабыҙҙа бик күп дәртләндереү саралары күрелгән. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы этабында еңеү яулағандарға 100 мең һум бирелә, ә призерҙарға 60 мең һум түләнә. Бынан тыш йыл да 100 уҡыусы Башҡортостан Башлығы стипендияһын ала, улар ай һайын өс мең һум аҡса ала.

Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в