14 майҙа Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге етәксеһе Марина Таран баш ҡалалағы И. Якутов исемендәге паркта “Йәйгә билеттар” тип исемләнгән балалар ялы йәрминкәһен ойоштора. Сара 14.00 сәғәттә башлана.
Балалар һәм ата-әсәләр ялды нисек үткәрә ала, ҡалала һәм уның ситендә ваҡытты нисек файҙалы үткәрергә була? Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр биреләсәк. Сарала ҡатнашыусыларҙы интерактив күргәҙмә, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, Өфөләге билдәле ансамблдәр ҡатнашлығындағы концерт көтә. Бынан тыш, проект партнерҙарынан бүләктәр ҙә буласаҡ.
Ҡатнашыусылар:
“Индиго” үҙәге» https://vk.com/indigo_centre
"English camp Ufa" инглиз лагеры https://vk.com/campufa
“Һөйләшеүсе һыу” этнографтар берҙәмлеге https://vk.com/club1026764
“Әфлисун” берекмәһе https://vk.com/mbuapelsin
"Freetime" туристар берҙәмлеге https://vk.com/freetime.guru
"Башҡортостан скауттары" балалар-туристар берҙәмлеге https://vk.com/scoutrb
"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр ялы үҙәге https://vk.com/tamyrr
Malidak әүҙем ял үҙәге https://vk.com/malidak
“Йәш ижад” https://vk.com/molodoetvorchestvo
"МногодетОК" берҙәмлеге https://vk.com/mnogodetok_rb
Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы.