Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге мәктәптә 776 бала уҡый. Кисә уҡыу йылы барышында ҡала, зона, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа төрлө эҙләнеү эштәре алып барған иң яҡшы һәм талантлы, һәләтле уҡыусылар өсөн "Йыл уҡыусыһы-2022" тип аталған мәктәп фестивале үтте. Уҡыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде, ата-әсәләре, бағыусылар әҙерләгән бүләктәргә эйә булды.
- Был фестиваль беҙҙең мәктәптә тәүге тапҡыр үткәрелә. Уның төп маҡсаты - йыл дауамында төрлө уңышлыҡтарға һәм һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусыларҙы дәртләндереү, уңыштарын тиҫтерҙәренә күрһәтеү, иң-иң яҡшыларҙы асыҡлау, - ти лицей директоры Дилә Фәтҡуллина.
"Йыл уҡыусыһы-2022" фестиваль еңеүсеһе булып 9 класс уҡыусыһы Альмира Ҡаҙаҡбаева танылды. "Йыл асышы" номинацияһында дүртенсе кластан Зәлиә Вәлитова билдәләнһә, йыл спортсылары - Вадим Яҡшымбәтов (11класс) һәм Гөлдәр Теләүбирҙина (11 класс). "Йыл эҙләнеүсеһе" булып Нәргизә Вәлиева, "Йыл олимпиадаһы еңеүсеһе"нә Вилдан Хәмитов һәм иң әүҙем уҡыусы булып һигеҙенсе кластан Эльвина Сәйетова танылды. Ә бына илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттарын үҙендә туплаған Илгизә Ҡолонбаева "Йыл патриоты" номинацияһында еңеү яуланы.
Шулай уҡ ошо уҡыу йортонда бейеү түңәрәге асып, балаларға бейеү өйрәткән Зәкир Үҙәнбаевтың ғаиләһе махсус премия булдырып, иң һәләтле бейеүселәргә аҡсалата бүләк тапшырҙы.
Башҡорт лицейында үткән сара тураһында тулы мәҡәләне гәзит биттәрендә таныштырырбыҙ.
Автор фотолары.