Бөтә яңылыҡтар

Көнүҙәк һорауҙарға яуап алығыҙ!

Республикаға идара итеү үҙәгендә сираттағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тәҡдим итәләр.

Көнүҙәк һорауҙарға яуап алығыҙ!
Көнүҙәк һорауҙарға яуап алығыҙ!

Мәҫәлән, тиҙҙән балаларҙың каникулдары башлана, ә өлкәндәр бихисап һорауҙар буйынса баш вата.
Нисек юллама һайларға? Балалар кешбэгы программаһы нисек эшләй? Йәйге сәләмәтләндереү миҙгеленә нимәләр әҙер? Балалар лагерҙәре хәүефһеҙме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында яуап бирәсәктәр.

Мөһим мәсьәләләр тураһында профилле министрҙар һәм эксперттар тура эфирҙа һөйләйәсәк. Былай саҡта ата-әсәләр инә алмаған лагерҙәр буйынса экскурсиялар ойоштороласаҡ.

Брифингтың тура трансляцияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының социаль селтәрҙәрҙәге төркөмөндә ҡарағыҙ: https://vk.com/wall-27097047_293801
Шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәгенең һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми төркөмдәрендә түбәндәге һылтанмалар буйынса ҡарарға була:
https://vk.com/tsur_bashkortostan,
https://vk.com/bashkortostan_gov

Трансляциия дүшәмбе, 16 майҙа, 19:00 сәғәттә башланасаҡ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в