17-19 майҙа “Белем” Рәсәй ойошмаһы федераль мәғрифәт марафонын ойоштора. Уны “Яңы горизонттар” тип атағандар.
Бик бай программа төҙөлгән: фекер алышыуҙар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре һ.б.
Мәғрифәт марафоны 150 талантлы Рәсәй һәм сит ил спикерын берләштерә. Мәҫәлән, сарала сәнғәт әһелдәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, спортсылар, эшҡыуарҙар, дәүләт эшмәкәрҙәре фекер алышасаҡ. Тап ошо марафонда ҡатнашырға Сергей Лавров, Дмитрий Песков, Андрей Фурсенко, Антон Силуанов, Владимир Мединский, Сергей Кириенко, Игорь Левитин, Максим Орешкин, Мария Захарова, Александр Хинштейн, Дмитрий Гуляев һәм башҡалар теләк белдергән.
Бында биш тема буйынса фекер алышыу буласаҡ. Әйтәйек, Мәскәү ҡалаһында “Рәсәйҙең донъялағы өлөшө” һәм “Беҙ бергә” тигән майҙансыҡтар эшләйәсәк, ә Санкт-Петербург ҡалаһында – “Яңы горизонттар. Иҡтисад”, Сочиҙа – “Яңы горизонттар. Фән” исемле тректар үткәреү эш планына ингән. Марафонға ярашлы, өлкән класс уҡыусылары өсөн беренсе Бөтә Рәсәй белем уйындары финалы уҙасаҡ. Унда 88 команда ҡатнаша, шуның 85-е - илебеҙ субъекттарынан.
Фото: fb.ru