Бөтә яңылыҡтар

Хәйбулла уҡыусыһы беренсе урын яуланы!

Бөтә Рәсәй олимпиадаһында илдең 45 төбәгенән ҡатнашҡандар.

Хәйбулла уҡыусыһы беренсе урын яуланы!
Хәйбулла уҡыусыһы беренсе урын яуланы!

Мәскәү өлкәһе Королев ҡалаһының Юрий Гагарин исемендәге космонавтар әҙерләү үҙәгендә йәштәр конференцияһының "Балҡыш-2022" 22-се Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үткән. Унда балалар һәм йәштәр араһында "Кеше - Ер - Йыһан" фәнни-эҙләнеү проекттары тәҡдим ителгән.

Сарала бөтәһе 150 конкурсант ҡатнашҡан, Рәсәйҙең 45 төбәгенән барғандар.

Хәйбулла районынан Шамил Теләүғолов "Автомоделләштереү" йүнәлеше буйынса шөғөлләнә. Етәксеһе - Г.М. Билалов. Мәртәбәле сарала Шамил беренсе урынды яулаған!

Сарала ҡатнашыусылар Олимпиаданың Алтын фондына индерелгән. Хәйбулла уҡыусыһын оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.

Хәйбулла уҡыусыһы беренсе урын яуланы!
Хәйбулла уҡыусыһы беренсе урын яуланы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в