Бөтә яңылыҡтар

Иҫке Сибайҙа тиҙҙән мәктәп асыласаҡ

"Ошо федераль программа нигеҙендә ике йылда Башҡортостанда 191 мәктәп ремонтланасаҡ".

Иҫке Сибайҙа тиҙҙән мәктәп асыласаҡ
Иҫке Сибайҙа тиҙҙән мәктәп асыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Баймаҡ, Сибай яғындағы социаль учреждениелар тураһында яҙҙы.

"Баймаҡ районы халҡы күптән яңы балалар поликлиникаһы һорай, – тигән республика етәксеһе. – Ошоға хәтлем медицина учреждениеһы яраҡлаштырып эшләнгән бинала урынлашҡан, ул заман талаптарына бер нисек тә тап килмәй. Яңыһын төҙөйәсәкбеҙ, ул өс ҡатлы буласаҡ, сменаһына 300 пациентты ҡабул итәсәк. Техника, ҡоролмалар менән йыһазландырасаҡбыҙ. Поликлиниканы 2023 йылдың ғинуар айында асырға уйлайбыҙ. Минеңсә, беҙҙең алда кәртәләр булмаясаҡ".

Радий Фәрит улы билдәләүенсә, ул Баймаҡта мәктәп системаһын үҙгәртеп ҡороу федераль программаһының тормошҡа нисек ашырылыуын ҡараған. 3-сө мәктәпкә капиталь ремонт эшләйҙәр, 1 сентябргә уны тамамлау планлаштырылған.

"Ошо федераль программа нигеҙендә ике йылда Башҡортостанда 191 мәктәп ремонтланасаҡ, – тигән Радий Хәбиров. – Ә 2026 йылға тиклем – 365. Иҫке Сибай ауылында 1 сентябргә мәктәпте асыу эш планына ингән".

Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в