Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡ уҡытыусылары ҙур премия аласаҡ

Ҡала хакимиәте башлығы ошо турала ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Стәрлетамаҡ уҡытыусылары ҙур премия аласаҡ
Стәрлетамаҡ уҡытыусылары ҙур премия аласаҡ

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов "Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре - Бөтә Рәсәй, республика һәм ҡала профессиональ конкурстары еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән уҡытыусыларға" Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы премиялары тураһында"ғы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, 2022 йылдан башлап Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте тарафынан ҡаланың мәғариф учреждениелары етәкселәре - Бөтә Рәсәй, республика һәм ҡала профессиональ конкурстары еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ Бөтә Рәсәй  олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән уҡытыусыларға  премия тапшырыла.

100-шәр мең һум "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы", "Йыл педагогы" республика конкурсының абсолют еңеүселәре, "Йөрәгемде балаларға бирәм" Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренә биреләсәк;

80 мең һум - "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы", "Йыл тәрбиәсеһе" республика конкурсы, "Йөрәгемде балаларға бирәм" Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренә,

"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы", "Йыл педагогы" республика конкурсы, "Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә мәғариф ойошмалары педагогы" республика конкурсы, "Йөрәгемде балаларға бирәм" Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы номинанттары һәм лауреаттарына - 25 мең һум,

Халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусыларға - 28-30 мең, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусыларға - 25 мең, республика кимәлендәге олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусыларға 10-15 мең һум түләнәсәк. 

Стәрлетамаҡ ҡалаһы педагогик ойошмалары һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә премия урындағы бюджеттан финанслана.

Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в