Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Май 2022, 21:00

Балағыҙ ҡайҙа ял итәсәк?

Бөгөнгө брифингта ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға яуап бирелде.

Балағыҙ ҡайҙа ял итәсәк?
Балағыҙ ҡайҙа ял итәсәк?

Йәй еткән һайын балалар ялы көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Лагерға юлламаны нисек һайларға? Ғаилә менән ҡайҙа ял итергә? Балалар ялы кэшбегы нимә ул? Ғөмүмән, йәйге ялға әҙерлек нисек бара?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында барған тура эфирҙа - брифингта - ишетеү мөмкинлеге булды. Сараны “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов алып барҙы, һорауҙарға республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов, "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак яуап бирҙе.

Һис шикһеҙ, балалар ялының хәүефһеҙ, файҙалы, хәтерҙә ҡалырлыҡ булыуы мөһим – быларҙың барыһы ла өлкәндәр тарафынан тәьмин ителергә тейеш. Шуға ата-әсәләр был мәсьәләгә етди ҡарарға бурыслы.

Әйткәндәй, быйыл балаларҙың йәйге ялы һәм һауыҡтырыу өсөн республика бюджетынан 1,8 миллиард һум аҡса йүнәлтәсәктәр. Былтырғы менән сағыштырғанда, 280 миллион һумға күберәк.

Балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу буйынса реестрҙа 1545 ойошма бар, был, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 82-гә күберәк. Һайлау өсөн 94 ҡала ситендәге лагерь, 815 көндөҙгө лагерь, 580 балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагеры, 53 махсуслаштырылған (профилле) балалар лагеры һәм өс палатка лагеры бар.

Тағы шул иғтибарға лайыҡ: 2021 йылда ғәмәлдә булған лагерҙар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй ине. Быйыл ялдың бөтә төрҙәренә 400 мең бала йәлеп ителер тип көтөлә. Был - мәктәп йәшендәгеләрҙең 78,6 проценты.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: