Башҡортостан юлдаш телеканалында барған тура эфирҙа ишетеү мөмкинлеге булды. Сараны “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов алып барҙы, һорауҙарға республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов, "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак яуап бирҙе.
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак йәйге лагерҙарҙың даими тикшерелеүе, балаларҙың туҡланыуы һәм башҡаларҙың ныҡлы контролдә икәнлеге хаҡында белдерҙе. Ул: “Балағыҙ барасаҡ лагерҙы рәсми реестрҙа мотлаҡ тикшерегеҙ”, - тине.
Сара барышында Өфө районындағы “Огонек” һәм башҡа лагерҙарҙан да сюжеттар күрһәтелде. Бынан тыш, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, тағы ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың ялы тураһында ла һөйләшеү булды. Шулай уҡ һыуҙағы хәүефһеҙлек һәм башҡалар тураһында, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү кәрәклеге хаҡында белдерелде.
Шишмә районындағы “Илһөйәр” (“Патриот”) паркынан әҙерләнгән сюжет та иғтибарҙы йәлеп итте. Киләсәктә был майҙансыҡты халыҡ-ара ярыштар үткәреү өсөн дә файҙаланмаҡсылар. Был яңы объект киләсәктә тағы үҫешәсәк, унда 10-сы класс уҡыусылары, 14 – 17 йәшлектәр ял итеү мөмкинлеген аласаҡ. Әйткәндәй, ҡасандыр ошо биләмәлә 297-се зенит бригадаһы урынлашҡан булған. 2015 йылда хәрби часты Алкин-2-нән Пенза өлкәһененң Леонидовка ҡасабаһына күсергәндәр.
Күмертау вице-мэры Татьяна Лихачева 2014 йылда бында аҙ сығым талап иткән ял төрө хаҡында һөйләне, мәҫәлән, айырым ижади майҙансыҡтар булдырылған. Ҡала ситендәге ял урындарына бара алмағандар тап ошонда ял итеү мөмкинлеген ала.
“Әйткәндәй, бындай парк филиалдары Мәскәү һәм Ростов өлкәләрендә, Севастополдә, Кронштадтта, Тулала бар. Башҡортостанда бындай проекттың барлыҡҡа килеүе хаҡында 2019 йылда Радий Хәбировтың Шишмә районына сәфәрендә һөйләшеү булғайны.
Фото: n-zh.ru