"Яңы офоҡтар" федераль мәғрифәт проекты – 220 сәғәтлек контентты эсенә алған сара, уны илебеҙҙең һәр кешеһе ҡарай ала.
200-ҙән ашыу лектор – дәүләт һәм йәмәғәт, фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, бизнес, спорт лидерҙары – Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Сочи һәм Мәскәү яны ҡалаларында марафон майҙансыҡтарында сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Рәсәй Президентының матбуғат секретары Д. Песков, ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Д. Чернышенко, финанс министры А. Силуанов, Чечен Республикаһы етәксеһе Р. Ҡадиров та бар.
Марафонда Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Юрий Борисов, Татьяна Голикова, Александр Новак, Президент ярҙамсылары Игорь Левитин, Владимир Мединский һәм Максим Орешкин, мәғариф министры Сергей Кравцов, сит ил эштәре министры Сергей Лавров, сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, транспорт министры Виталий Савельев, һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.
Спикерҙар Рәсәйҙең донъялағы роле, сәйәсәттә, эшҡыуарлыҡта, фәндә, мәҙәниәттә һәм спортта яңы мөмкинлектәр тураһында һөйләйәсәк. Мәҫәлән, Нобелдең тыныслыҡ премияһы лауреаты Рае Квон Чунг тотороҡло үҫеш мәсьәләләренә туҡталасаҡ, "Росатом"дың генераль директоры Алексей Лихачев илебеҙҙең атом энергетикаһы үҫешен барлаясаҡ. Спикерҙар араһында тағы ла Wildberries-тың генераль директоры Татьяна Бакальчук, "Новатэк" йәмғиәтенең, "Сибур Холдинг"тың директорҙар советы рәйесе Леонид Михельсон, Рәсәйҙең технология компаниялары һәм креатив индустриялар вәкилдәре һәм башҡалар бар.
Марафон программаһына илдең уникаль урындарына видеоэкскурсиялар ҙа индерелгән – төбәк етәкселәре, башҡа лидерҙар 50-ләп экскурсия үткәрәсәк.
Марафон майҙансыҡтарынан онлайн-трансляцияларҙы марафондың рәсми сайты: https://marathon.znanierussia.ru/, "Бәйләнештә" ге төркөмөндә, партнерҙары ресурстарында ҡарарға мөмкин.
Сығанаҡ, фото: marathon.znanierussia.ru