Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Май 2022, 20:45

115 миллион һум – федераль бюджеттан

500 уҡыусы яңы мәктәпкә уҡырға барасаҡ.

115 миллион һум – федераль бюджеттан
115 миллион һум – федераль бюджеттан

“Мәғарифты үҫтереү” федераль программаһын тормошҡа ашырыу арҡаһында Стәрлебаш районының Стәрлебаш, Түбәнге Аллағыуат, Әмир һәм Тәтер-Арыҫлан ауылдарында белем усаҡтары ремонтланасаҡ, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыласаҡ. Шулай итеп, 1 сентябргә Стәрлебаш районынан 500 ҡыҙ һәм малай яңы мәктәпкә уҡырға барасаҡ.

- “Мәғарифты үҫтереү” федераль программаһын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан үҙенә бер нисә бурысты алды, – тине Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Террорға ҡаршы яҡлауҙы тәьмин итеү, әсбаптарҙы яңыртыу, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү һәм башҡалар - шуға асыҡ миҫал. Әлбиттә, мәктәптәр биләмәһен төҙөкләндереү ҙә күҙ уңында тотола. Стәрлебаш районына иһә 60 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.

Стәрлебаш районына был маҡсатта федераль бюджеттан 115 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022–2023 йылдарға иҫәпләнгән “Мәғарифты үҫтереү” федераль программаһына республикабыҙҙан 103 мәктәп ингән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: