Быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм уларҙы һауыҡтырыу өсөн республика бюджетынан 1,8 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтәсәктәр. Былтырғы менән сағыштырғанда, яҡынса 280 миллион һумға күберәк.
Балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу буйынса реестрҙа 1547 ойошма теркәлгән, был, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 84-кә күберәк. Һайлау өсөн 95 ҡала ситендәге лагерь, 815 көндөҙгө лагерь, 580 хеҙмәт һәм ял лагеры, 53 махсуслаштырылған (профилле) балалар лагеры һәм өс палатка лагеры бар.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың белдереүенсә, быйыл лагерҙарҙа 25 кеше – 13,6 мең педагогик хеҙмәткәр, мәғарифҡа ҡараған 2,9 мең етәксе һәм белгес, 1,7 мең медицина хеҙмәткәре һәм башҡалар эшләйәсәк. Уларҙың ошоға ярашлы квалификацияһы һәм белеме бар.
Тағы шул иғтибарға лайыҡ: 2021 йылда ғәмәлдә булған лагерҙар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй ине. Быйыл ялдың бөтә төрҙәренә 400 мең бала йәлеп ителер тип көтөлә. Был – мәктәп йәшендәгеләрҙең 78,6 проценты.
Фото: senatinform.ru