Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Май 2022, 15:00

Август аҙағына тиклем өлгөрөгөҙ

Дәүләт ярҙамынан күрһәтелгән был ярҙамды файҙаланмай ҡалмағыҙ.

Август аҙағына тиклем өлгөрөгөҙ
Август аҙағына тиклем өлгөрөгөҙ

Балалар туристик кэшбэгы программаһы сиктәрендә йәй аҙағына тиклем тағы 100 меңдән кәм булмаған путевка һатып алынасаҡ, тип белдергән Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова.

Былтыр был программа буйынса 400 меңдән ашыу  бала ял итһә, быйыл был һан 450 мең булыр, тип көтөлә.

Туризм буйынса федераль агентлыҡ 31 мартта балалар ял лагерҙарына туристик сәфәргә дәүләт ярҙамы программаһын башлағайны. Путевкаларҙы август аҙағына тиклем һатып алырға мөмкин. Ә балалар лагерына 1 майҙан 30 сентябргә тиклем барырға була.

“Балалар кэшбэгы” программаһы ҡағиҙәләре түбәндәгесә: ата-әсә балаһына путевканы “Мир” картаһы ярҙамында һатып ала һәм биш көн эсендә ошо уҡ картаға сарыф ителгән аҡсаның 50 проценты кире һалына.

 20 мең һум – максималь ҡайтарма суммаһы. Бер баланың ял лагерына күпме тапҡыр барыуы буйынса сикләүҙәр юҡ. Бер нисә балаһы булған ғаиләләр һәр һатып алынған путевканан ҡайтармаға эйә буласаҡ.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала уҡыусыларҙың 75 проценттан да кәм булмаған өлөшө лагерҙарҙа ял итергә тейеш.

Фото: vlagere.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: